башҡорт яҙыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Бикчәнтәев Әнүәр Һаҙый улы (21 сентябрь 1913 йыл — 18 май 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, 1941 йылдан КПСС, 1947 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1970), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1974) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1967) премиялар лауреаты. Октябрь Революцияһы (1972), Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), Почёт Билдәһе (1963) ордендары кавалеры.
Әнүәр Һаҙый улы Бикчәнтәев 1913 йылдың 4 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1931 йылда Ырымбур педтехникумын тамамлай. 1931—1932 йылдарҙа Архангельск ҡалаһында ете йыллыҡ мәктәптә—завуч, Алыҫ Көнсығыштағы Мазанов районының Яңы Уфа ауылында уҡытыусы була.
1933 йылда Өфөгә ҡайта һәм «Коммуна» газетаһында эшләй. 1935—1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
Ҡыҙыл Байраҡ[1], Ҡыҙыл Йондоҙ[2], I[3] һәм II[4] дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм бер нисә миҙал менән бүләкләнә.
1945—1947 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» газетаһында эшләй. 1954—1956 йылдарҙа Әнүәр Бикчәнтәев М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты ҡаршыһындағы Юғары курста уҡый һәм бер үк ваҡытта әҙәбиәт институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай.
Әҙәби ижад юлында Әнүәр Бикчәнтәев бик күп хикәйәләр, повестар, романдар ижад итте. Уның «Бөркөт һауала үлә», «Ҙур оркестр» повестары, «Ҡарасай юлы», «Ожмах вәғәҙә итмәйем» романдары киң билдәле.
Әнүәр Бикчәнтәев Октябрь революцияһы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнде. «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә, Ғ. Сәләм (1967) һәм С. Юлаев исемендәге (1974) премияларға лайыҡ булды.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.