Батыр (хоккей клубы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Батыр» хоккей клубы — Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында 2011 йылда Рәсәйҙә ойошторолған шайбалы хоккей буйынса йәштәр командаһы. Ошо уҡ ҡаланан ЮХЛ-да сығыш яһаған «Торос» командаһының фарм-клубы. 2011—2016 йылдарҙа Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә ҡатнаша. Шунда ике тапҡыр бронза һәм бер тапҡыр көмөш миҙалдарын еңә. Ә 2016—2018 йылдарҙар Милли йәштәр хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһында уйнай, бер тапҡыр финалға сығып көмөш миҙалдарҙы яулай.