Милли йәштәр хоккей лигаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Милли йәштәр хоккей лигаһы (МЙХЛ, рус. Национальная молодёжная хоккейная лига) — йәштәр командалары араһында Рәсәй хоккей федерацияһы 2016 йылда ойошторған Рәсәй чемпионаты[1]. МЙХЛ 2011—2016 йылдарҙа үткәрелелеп килгән Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенә алмашҡа килә.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләнгән:, Илдәр: ...
Милли йәштәр хоккей лигаһы | |
МЙХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә | |
Нигеҙләнгән: | |
---|---|
Илдәр: | |
Регион: | |
Ваҡыт: |
һәр йыл |
Командалар һаны: |
16 |
Ғәмәлдәге еңеүсе: |
«Россошь» Россошь |
Титулдарҙың иң ҙур һаны: |
«Дизелист» Пенза, «Горняк» Учалы һәм «Россошь» (берешәр титул) |
Рәсми сайт: |
Ябырға
МЙХЛ-дың тәүге миҙгелендә Рәсәйҙән 19 команда ҡатнаша. Шуларҙың ун етеһе ЙХЛ беренселегенән килә, ә ҡалған икәүһе — Краснодар крайының яңы ойошторолған клубтары. Икенсе миҙгелдә Ҡаҙағстандан «Мунайши» хоккей клубы лига составын тулыландыра[2][3].
2019/2020 йылдар миҙгелендә Лигала Рәсәйҙән 16 команда ҡатнаша. Командалар МЙХЛ-дың төп трофейы Региондар кубогы өсөн көрәшә.