From Wikipedia, the free encyclopedia
«Горняк» хоккей клубы — Башҡортостандың Учалы ҡалаһында 2012 йылда Рәсәйҙә ойошторолған шайбалы хоккей буйынса команда. 2013 йылда Юниорҙар хоккей лигаһы чемпионы исемен яулай һәм шул йылдан башлап Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә сығыш яһай башлай. Шунда өс йыл эсендә бер тапҡыр чемпион була, Региондар кубогын яулай (2016) һәм көмөш миҙалдарҙы еңә (2015). 2016 йылдан башлап Милли йәштәр хоккей лигаһында ҡатнаша. Тәүге миҙгелендә уҡ чемпион була һәм үҙендә Региондар кубогын һаҡлап ҡала.
Горняк | |
Ил: | Башҡортостан |
---|---|
Ҡала: | Учалы |
Нигеҙләнгән: | 2012 |
Өй аренаһы: | «Горняк» БА (1 500) |
Төҫтәр: | |
Хоккей лигаһы: | Юғары хоккей лигаһы |
Баш тренеры: | Олег Леонтьев |
Генераль директор: | Раушан Махмутов |
Генераль менеджер: | Айрат Нургәлиев |
Капитан: | Иван Сушинский |
Спонсоры: | Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты |
Аффилир-клубы: | «Автомобилист» (КХЛ) «Авто» (ЙХЛ) |
Трофейҙар: | ЮнХЛ чемпионы 2013 Региондар кубогы |
Конференцияла еңеүҙәр: | 3 (2015—2017) |
Рәсми сайт: | http://scgornyak.ru/ |
|
2017 йылдан башлап «Горняк» КХЛ-да сығыш яһаған «Автомобилист» хоккей клубының ЮХЛ-да фарм-клубы ролен башҡара башлай.
«Горняк» хоккей клубы 2012 йылда нигеҙләнә. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты команданың спонсоры була. Команданың тәүге баш тренеры итеп Владимир Герасимов ҡуйыла. 2012/13 йылдар миҙгелендә «Горняк» Юниорҙар хоккей лигаһында ҡатнаша. Учалы хоккейсылары «Урал — Көнбайыш Себер» дивизионында беренсе урынды яулайҙар һәм финалға сығалар, икенсе урында килгән «Трактор» командаһын 10 мәрәйгә уҙалар[1]. ЮнХЛ финалында 8 команда ҡатнаша. Улар ике төркөмгә бүлешәләр. «Горняк» үҙ төркөмөндә беренсе урынды яулай һәм финалға сыға. Шунда Учалы клубы Түбәнге Каманан «Нефтехимик» хоккей клубын 3:0 иҫәбе менән еңә үҙенең тәүге миҙгелендә үк чемпион була[2][3].
Юниорҙар араһында чемпион булғас, клуб етәкселеге Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә ҡатнашырға хәл итә. 2013 йылдың 19 июнендә «Горняк» рәсми рәүештә Лига составына аланы[4]. ЙХЛ-да дебют миҙгелендә команданың төп өлөшөн Өфө һәм Силәбе хоккейсылары тәшкил итә. Даими чемпионатты Башҡортостан командаһы 38 осрашыуҙа 82 мәрәй менән «Урал — Себер» дивизионында икенсе һәм конференцияла өсөнсө урындарҙа тамамлай. Региондар кубогында конференциялар сирекфиналында «Горняк» дүрт уйында «Дизелист» хоккей клубын ота. Ә киләһе раундта Әлмәттән «Спутник» командаһына биш уйында еңелә һәм көрәштән төшөп ҡала.
2014/15 йылдар миҙгеле «Ангарский Ермак» менән «Горняк» араһында Асыш кубогы өсөн уйын менән башлана. Учалы хоккейсылары 5:6 иҫәбе менән еңелә. Әммә был уңышһыҙлыҡҡа ҡарамаҫтан, улар, 52 уйында 126 мәрәй йыйып, Көнсығыш конференцияһында тәү тапҡыр беренсе урынды ала. «Горняк» плей-оффта бер-бер артлы «Красноярские Рыси», «Юниор-Спутник» һәм «Зеленоград» хоккей клубтарынан көслөрәк булып сыға һәм тәү тапҡыр ЙХЛ беренселегенең финалына сыға. Шунда ул төп трофей өсөн Воронеж өлкәһенән «Россошь» хоккей клубы менән уйнарға тейеш була[5]. Был серия максималь булған биш уйынға һуҙыла. Тәүге уйында еңелһәләр, киләһе икәүҙә «Горняк» ҙур айырма менән ике еңеү яулай һәм кубокка яҡыная. Тик һуңғы аҙымды яһай алмай — «Россошь» ҡалған ике осрашыуҙа көслөрәк була ла үәҙ тарихында тәү тапҡыр Региондар кубогын еңә. Владимир Герасимов миҙгелдең иң яҡшы тренеры тип билдәләнә, ә Никита Сафронов плей-офф уйындарының иң ҡиммәтле уйынсыһына бүләген ала[6].
2015/16 йылдар миҙгеле алдынан команданың яңы тренеры итеп Ҡаҙағстан белгесе Сергей Могильников ҡуйыла. «Горняк» даими чемпионатты тағы ла конференцияла беренсе урында тамамлай. Миҙгел барышында «Салауат Юлаев» хоккей клубы «Горняк» менән хеҙмәттәшлек тураһына килешеү төҙөй[7]. Региондар кубогының конференциялар сирекфиналында «Горняк» һәм «Батыр» тәү тапҡыр плей-оффта бер-береһенә ҡаршы булалар. Серияны Учалы хоккейсылары дүрт уйында еңә. Артабан шул уҡ дүрт уйында «Красноярские Рыси» командаһын үтәләр. Ярымфиналда «Горняк» Яр Саллынан «Челны» хоккей клубына бер мөмкинлек тә ҡалдырмай һәм серияны өс уйында ғына еңә. Шулай итеп, Учалы хоккейсылары икенсе йыл финалға сығалар, һәм үткән йылдағы кеүек, уларға «Россошь» ҡаршы була. 2016 йылдың 18 апрелендә «Горняк» Региондар кубогын һәм алтын миҙалдарҙы яуланы. Учалы командаһы финал серияһында 3:0 иҫәбе менән «Россошь» хоккейсыларын еңә һәм үткән йылғы еңелеү өсөн реванш ала[8]. Сергей Могильников ЙХЛ беренселегенең иң яҡшы тренеры тип таныла, Анатолий Наговицын Борис Михайлов исемендәге бүләкте алһа, Дмитрий Антонов плей-оффтың иң ҡиммәтле уйынсыһы була. 30 апрелдә ЙХЛ беренселеге чемпионы булараҡ «Горняк» ЙХЛ суперкубогында ҡатнаша, әммә унда «Локо» хоккей клубына отола[9]. Шулай уҡ команданың ЙХЛ чемпионатына күсеү тураһында һүҙҙәр була, әммә ул ғәмәлгә ашмай[10].
ЙХЛ беренселеге урынына 2016 йылда Милли йәштәр хоккей лигаһында барлыҡҡа килә. «Горняк» шунда ла көслө командаларҙың береһе булғанын иҫбәтлай. Ул даими чемпионатты конференцияла беренсе урында тамамлай һәм тура конференция ярымфиналына эләгә. Шунда икенсе тапҡыр «Батыр» хоккей клубын биш уйында ота һәм конференция финалына сыға. «Горняк» Ҡурғандан «Юниор» хоккей клубына бер мөмкинлек тә ҡалдырмай һәм серияны 3-0 иҫәбе менән еңә. Учалы хоккейсылары финалға өс йыл дауаманды сыға. Региондар кубогының финалында улар Пензанан «Дизелист» хоккей клубына серияла 3-2 иҫәбе менән ота һәм икенсе тапҡыр Региондар кубогын яулай һәм беренсегә МЙХЛ чемпионы исемен яулай.
Миҙгел барышында Учалыла «Автомобилист» ЮХЛ-да фарм-клубы барлыҡҡа килеүе тураһында һүҙ күтәрелә[11]. Сөнки «Автомобилист» һәм «Горняк» командаларының спонсорҙары бер үк. Әммә «Салауат Юлаев» генераль менеджеры Леонид Вайсфельд был турала икенселәй әйтә: «Автомобилист» Учалыла яңы ЮХЛ командаһын төҙөйсәк, әммә «Горняк» уға бер нисек тә ҡағылмай[12].
2017 йылдан башлап «Горняк» Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Автомобилист» хоккей клубының фарм-клубына әйләнә һәм Юғары хокей лигаһында сығыш яһай башлай. Команданың баш тренеры итеп Венер Сафин ҡуйыла[13]. «Горняк» тәүге миҙгелдә плей-оффҡа эләгә алмай һәм даими миҙгелде 23-сө урында тамамлай. Команданың һөжүмсеһе Никита Сетдиков 53 мәрәй йыя — лигала был миҙгелдә уға тиң булған уйынсы булмай. 2018 йылдың 21 ноябрендә команданың баш тренеры итеп Олег Леонтьев ҡуйыла[14]. Даими миҙгелдә «Горняк» 56 осрашыуҙа 49 мәрәй йыя һәм плей-оффҡа эләгә алмай ҡала.
2019/2020 йылдар миҙгелендә «Горняк» 54 осрашауҙа 70 мәрәй йыя һәм тәүге тапҡыр ЮХЛ төп призы — Петров кубогы өсөн плей-офф уйындарына сыға. Шунда тәүге раундта Санкт-Петербургтан «Динамо» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола.
Сезон | У | Е | ӨВЕ | БСЕ | БСО | ӨВО | О | Ш | М | Урын | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2013/14 | 38 | 25 | 3 | 0 | 0 | 1 | 9 | 139-81 | 82 | 4 | 1/8 финалында еңәләр: 3-1 («Дизелист») Сирекфиналда еңеләләр: 2-3 («Спутник») |
2014/15 | 52 | 38 | 2 | 4 | 2 | 0 | 6 | 227-112 | 128 | 1 | Конференция сирекфиналында еңәләр: 3-1 («Красноярские Рыси») Конференция ярымфиналында еңәләр: 3-0 («Юниор-Спутник») Ярымфиналда еңәләр: 3-1 («Зеленоград») Региондар кубогы финалында еңеләләр: 2-3 («Россошь») |
2015/16 | 40 | 27 | 0 | 1 | 1 | 1 | 10 | 163-110 | 85 | 4 | Конференция сирекфиналында еңәләр: 3-1 («Батыр») Конференция ярымфиналында еңәләр: 3-1 («Красноярские Рыси») Конференция финалында еңәләр: 3-0 («Челны») Региондар кубогы финалында еңәләр: 3-0 («Россошь») |
2016/17 | 48 | 37 | 2 | 2 | 0 | 1 | 6 | 243-135 | 120 | 2 | Конференция ярымфиналында еңәләр: 3-2 («Батыр») Конференция финалында еңәләр: 3-0 («Юниор») Региондар кубогы финалында еңәләр: 3-2 («Дизелист») |
Бөтәһе | 178 | 127 | 7 | 7 | 3 | 3 | 31 | 763-438 | 415 | ||
2017/18 | 52 | 17 | 1 | 1 | 0 | 5 | 28 | 132—158 | 60 | 23 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр |
2018/19 | 56 | 17 | 1 | 4 | 0 | 5 | 29 | 160—175 | 49 | 24 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр |
2019/20 | 54 | 25 | 3 | 4 | 4 | 2 | 16 | 136—111 | 70 | 11 | 1/8 финалында еңеләләр: 1-4 («Динамо» СПб) |
2020/21 | 0 | ||||||||||
Бөтәһе | 162 | 59 | 5 | 9 | 4 | 12 | 73 | 428—444 | 179 | 1 плей-офф |
Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, ШК — керетелгән шайбалар, ҮШ — үткәргән шайбалар, ±Ш — шайбалар айырмаһы, М — мәрәйҙәр, %М — мәрәйҙәр проценты
«Горняк» хоккей клубы Милли йәштәр хоккей лигаһында үҙенең өйҙәге уйындарын «Горняк» боҙло аренаһында үткәрә. Аренаның асыу тантанаһы 2010 йылдың 24 декабрендә үтә. «Горняк» тәүге рәсми уйындарын бында 2012 йылдың сентябрендә үткәрә. Шулай уҡ был спорт һарайы 2014 йылда ЙХЛ Быуындар кубогы — Йхл беренселегенең иң яҡшы йәш уйынсылар осрашыуын ҡабул итә. Аренаның ҙурлығы 30 метрға 60 метр. Ул иң күбендә — 200, күнекмәләр ваҡытында 50-ләп кешене һыйҙыра. Ярыштарҙы трибунанан 1500 тамашасы ҡарай ала. Боҙ майҙанының үҙенән тыш комплекстың беренсе ҡатында универсаль спорт залы, кейем алмаштырыу бүлмәләре, медицина-аяҡҡа баҫтырыу үҙәге урынлашҡан. Икенсе ҡатта матбуғат үҙәге, спорт бары, боулинг бар. Боҙ аренаһы проектын «Башкиргражданпроект» проект институты эшләгән. Заказсы-төҙөүсе булып сығыш яһаған Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты аренаны ҡалаға тапшыра[15].
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты — команданың төп спонсоры, «Горняк» боҙло аренаһының төҙөүсө-заказсыһы.
Вазифа | Исем |
---|---|
Директор | Махмутов Раушан Алекович |
Спорт директоры | Нургәлиев Айрат Фанил улы |
Техник администраторы | Аимнов Роберт Миҙхәт улы |
Табип | Латыпов Руслан Рәмил улы |
Массажит | Сәғитуллин Иршат Урал улы |
«Горняк» командаһының бөтә баш тренерҙары:
Ҡапҡасылар | |||
№ | Ил | Исем | Тыуған йыл |
---|---|---|---|
1 | Владимир Галкин | 15 июнь, 2000 | |
77 | Георгий Романов | 15 декабрь, 1999 | |
99 | Даниил Яковлев | 2 ғинуар, 1999 | |
Һаҡсылар | |||
№ | Ил | Исем | Тыуған йыл |
11 | Дмитрий Бухряков | 11 февраль, 1999 | |
22 | Максим Озеров | 23 март, 1998 | |
33 | Иван Сушинский | 24 апрель, 1997 | |
38 | Кирилл Галюк | 31 ғинуар, 1999 | |
44 | Никита Волосенков | 12 март, 2000 | |
50 | Александр Щемеров | 2 июнь, 1997 | |
57 | Александр Севостьянов | 7 ғинуар, 1998 | |
73 | Егор Цветков | 2 февраль, 1996 | |
74 | Семён Переляев | 24 август, 1999 | |
87 | Александр Фёдоров | 15 июль, 1999 | |
93 | Глеб Мальцев | 20 июнь, 1998 | |
96 | Владислав Леонтьев | 6 июнь, 2000 | |
Һөжүмселәр | |||
№ | Ил | Исем | Тыуған йыл |
3 | Александр Дербенёв | 14 июль, 1998 | |
10 | Михаил Калашников | 13 октябрь, 2000 | |
13 | Сергей Колесников | 13 октябрь, 1999 | |
14 | Андрей Гришаков | 17 май, 1999 | |
16 | Дмитрий Носков | 3 октябрь, 1997 | |
17 | Герман Грачёв | 28 декабрь, 1999 | |
19 | Константин Суслов | 19 ғинуар, 2000 | |
24 | Дмитрий Жукенов | 24 март, 1997 | |
25 | Никита Сетдиков | 27 май, 1995 | |
27 | Антон Ковалёв | 3 июль, 1997 | |
28 | Владимир Кузнецов | 18 февраль, 1998 | |
37 | Егор Баранов | 27 декабрь, 1998 | |
43 | Павел Воронков | 13 октябрь, 1998 | |
51 | Владислав Бухаров | 15 октябрь, 1999 | |
52 | Евгений Митякин | 24 декабрь, 1997 | |
63 | Данил Мыльников | 11 сентябрь, 2002 | |
81 | Михаил Назаров | 27 август, 1996 | |
91 | Денис Еркин | 5 март, 1998 | |
92 | Роман Ивашов | 5 апрель, 1997 |
«Горняк» командаһының бөтә капитандары:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.