Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге (ЙХЛ-Б, рус. Первенство Молодёжной хоккейной лиги) — ЙХЛ клубтарының уртаҡ йыйылышында 2011 йылдың 27 июнендә барлыҡҡа килгән Йәштәр хоккей лигаһының икенсе дивизионы. 2015/16 йылдар миҙгеле тамамланғас йәштәр командалары араһында Рәсәй чемпионатын үткәреү хоҡуҡтары Рәсәй хоккей федерацияһына ҡайта һәм ЙХЛ беренселеге урынына Милли йәштәр хоккей лигаһы барлыҡҡа килә.
Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге | |
2015/16 | |
Нигеҙләнгән: | |
---|---|
Йылдар: |
2011—2016 |
Илдәр: |
Рәсәй (21) |
Регион: | |
Ваҡыт: |
һәр йыл |
Командалар һаны: |
23 (2015/16) |
Күтәрелеү: | |
Ғәмәлдәге еңеүсе: | |
Титулдарҙың иң ҙур һаны: |
«Октан» (Пермь), «Юниор» (Ҡурған), «Беркуты Кубани» (Краснодар), «Россошь» (Россошь) һәм «Горняк» (Учалы) (берешәр титул) |
Рәсми сайт: |
Беренселектең һуңғы миҙгелендә 23 команда ҡатнаша, уларҙың 15 — ЮХЛ клубтарының йәштәр составы, 8 — үҙ аллы командалар. Беренселектә Рәсәйҙән 21, ә Ҡаҙағстан менән Белоруссиянан берешәр команда ҡатнаша. Командалар төп приз — Региондар Кубогы өсөн көрәшәләр. Был трофейҙы «Октан», «Юниор», «Беркуты Кубани», «Россошь» һәм «Горняк» хоккей клубтары берешәр тапҡыр еңәләр. Һуңғыһы ғәмәлдәге еңеүсе була.
Тарихы
Тәүге миҙгел 2011 йылдың 20 сентябрендә Нефтекамала «Батыр» һәм «Ирбис» командалары араһында уйын менән башлана.[1]. Шул уйын хужалар файҙаһына 1:0 иҫәбе менән буллиттар серияһында тамамлана, хәл иткес шайбаны Рафаэл Мөхәмәтйәнов индерә.
2012 йылдың 27 апрелендә Лигаға 6 рәсәй клубы алына: «Дмитров» (Дмитров), «Юниор» (Курған), «Молния» (Рязань), «Россошь» (Россошь), «Белгород» (Белгород), «Юниор-Спутник» (Нижний Тагил) [2]. 2012 йылдың июнь айында Молдавиянан «Платина» [3], Яр Саллы ҡалаһынан «Челны»[4] һәм Омскиҙан «Ястребы»[5] командалары лигаға керә. Миҙгел алдынан Ростов-на-Дону ҡалаһынан йәштәр хоккей клубы инеүе мөмкин ине[6], әммә улай булманы. 2012 йылдың 2 июнендә «Лиепаяс Металургс» [7] тигән Латвия командаһы инергә теләүен белдерҙе. 2012 йылдың 13 июнендә «Ижсталь» үҙенең йәштәр командаһының бөтөрөлөүө тураһында белдерҙе[8]. 2012 йылдың 20 июлендә «Саров» үҙенең «Ракета» исемле йәштәр командаһы барлыҡҡа килеүен хәбәр итте[9][10]. 2012 йылда лига эсенә рәсми рәүештә 7 клуб алына: «Лиепаяс Металургс» (Лиепая, Латвия), «Металлург» (Серов), «Спутник» (Әлмәт), «Платина» (Тирасполь, Молдавия), «Тверичи» (Тверь), «Челны» (Яр Саллы) һәм «Патриот» (Будапешт, Венгрия)[11]. Әммә 2012 йылдың 1 авгусында «Патриот» ЙХЛ чемпионатына күсерелә[12]. Шулай уҡ беренселек составына «Олимпия» (Кирово-Чепецк), «Ладья» (Тольятти) һәм «Мечел» (Силәбе) командалары инә. Беренселек составынан «Кристалл Бдк», «Стальные Львы», «Казахмыс» һәм «Октан» хоккей клубтары сыға.
2013 йылдың 19 июнендә Беренселек эсенә «Беркуты Кубани»[13] (Краснодар), «Горняк» (Учалы) һәм «Эльта» (Липецк) командалары алына[14]. 15 июлдә лигаға Ярославлдән «Локо-Юниор» алына[15]. Шулай уҡ ҡатнашыусылар составына «Ижевская Сталь» командаһы ҡайта. Киреһенсә, беренселәктән төрлө сәбәптәр арҡаһында «Юниор», «Металлург» Лп, «Олимпия», «Ладья», «Клин», «Юниорс», «Челны» һәм «Металлург» хоккей клубтары сыға.
2014/2015 йылдар миҙгеле алдынан беренселектә ҡатнашарға «Клин», «Драгуны»[16], «Кристалл» Эл, «Динамо-Раубичи», «Елец», «Брянск»[17], «СКА-Варяги», «Жальгирис»[18], «Молот»[19] һәм «Комета» хоккей клубтары инә[20]. Ә «Призма», «Балтика», «Ирбис»[21], «Беркуты Кубани», «Одинцово» һәм «Ястребы»[22] командалары ҡатаншыуҙан баш тарталар.
2015/2016 йылдар миҙгеле алдынан беренселек составынан «Дмитров», «Жальгирис», «Ракета», «Молния», «Елец», «Динамо-Раубичи», «Кристалл» Эл, «Клин Спортивный», «Платина-Кишинев», «Юниор-Спутник», «Алтайские Беркуты», «Молот», «Ангарский Ермак» һәм «Кристалл-Юниор» командалары сыға. Ә ЙХЛ беренселеге составына «Алтай», «Челны», «Юниор», «СКА-Карелия»[23], «Липецк» һәм «Юность» командалары рәсми рәүештә ҡабул ителә.
2016 йылдың 1 май көнөндә Йәштәр хоккей лигаһы беренселеген үткәреү хоҡуҡтары Рәсәй хоккей федерацияһына күсеүе билдәле була[24]. ЙХЛ беренселеге башҡа үткәрелмәй һәм уның урынына Милли йәштәр хоккей лигаһы нигеҙләнә.
Миҙгел форматы
23 команда ике конференцияға (Көнсығыш һәм Көнбайыш) бүленә. Көнсығышта — 11, көнбайышта 12 команда. Даими миҙгелдә һәр бер команда үҙ конференция эсендәге һәр бер команда менән дүртешәр тапҡыр осраша (ике — өйҙә, ике — ҡунаҡта). Ә икенсе конференция командалары менән осрашмай. Тимәк, 2015/2016 йылдар миҙгелендә Көнсығыш конференцияһы командалары 40 уйын үткәрһә, Көнбайыш конференцияһы — 44 уйын.
Һәр конференциянан даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса иң көслө һигеҙешәр команда плей-офф ярыштарында ҡатнаша. 16 дәғүәсе төп приз — Региондар кубогы өсөн көрәшә. Парҙар ошолай билдәләнә: иң көслө командаға ҡаршы иң көсһөҙө. Мәҫьәлән: 1—8, 2—7, 3—6 һәм 4—5. 1/8 һәм 1/4 финалдары конференциялар эсендә үтә. Ярымфиналда командалар киҫешә, йәки көнсығыштың тәүге командаһы көнбайыштың икенсе командаһына ҡаршы һәм киреһенсә. Ошо ике парҙың еңеүселәре финалға сыға. Ә еңелгәндәр үҙ-ара ике уйында бронза миҙалы өсөн көрәшә.
ЙХЛ етәкселеге
- Алексей Алексей улы Морозов — ЙХЛ идара итеүсе директоры
- Игорь Николай улы Ромашин — ярыштарҙы үткәреү буйынса директор
- Сергей Герман улы Яковлев — идара итеүсе директорҙың урынбаҫары, үҫешеү буйынса директор
- Евгения Агамалиева — коммуникациялар һәм сит бәйләнештәр буйынса директор
- Сергей Николай улы Семёнов — ЙХЛ судейлығы департаменты директоры
ЙХЛ идараһы
Рәйес
- Александр Иван улы Медведев — ААЙ «Газпром» идараһының рәйесе урынбаҫары
Идара ағзалары
- Алексей Алексей улы Морозов — ЙХЛ идара директоры, РФ спорт министрлығының халыҡ-ара бергә эшләү һәм ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү департаменты диреткоры
- Валерий Николай улы Брагин — Рәсәйҙең хоккей буйынса йәштәр йыйылма командаһының баш тренеры
- Олег Иаганес улы Гросс — «Автомобилист» хоккей клубы генераль директоры
- Кирилл Виталий Голубев — «Аҡ Барс» хоккей клубы менеджеры, Татарстан Республикаһы хоккей федерацияһының башҡарыу директоры
- Александр Василий улы Кикнадзе — хоҡуҡлы идара итеү башлығы — КХЛ дисциплинар комитеты рәйесе
- Георгий Виктор улы Кобылянский — КХЛ вице-президенты
- Сергей Анатолий улы Козлов — КХЛ ярыштарын үткәреү департаменты етәксеһе
- Алена Борис ҡыҙы Крылова — «Крылья Советов» хоккей клубының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директоры
- Владимир Николай улы Вдовин — «Лада» хоккей клубының генераль директоры
- Андрей Николай улы Сафронов — «Динамо Мәскәү» хоккей клубының генераль директоры
- Алмаз Миннехан улы Гәрифуллин — ЦСКА хоккей клубының спорт директоры
- Павел Геннадий улы Ни-Ли — «Спартак» хоккей клубы спорт директоры
- Роман Борис улы Ротенберг — Рәсәй хоккей федерацияһының (РХФ) беренсе вице-президенты, КХЛ идараһының рәйесе урынбаҫары, СКА хоккей клубы вице-президенты
- Николай Николай улы Урюпин — РХФ хоккейы идара итеү етәксеһе
- Герман Виктор улы Скоропупов — ЮХЛ идара директоры
- Артем Борис улы Кошель — ФХР юридик бүлексәһе етәксеһе
- Вадим Алексей улы Фисько — СКА хоккей клубы генераль директоры
- Владимир Влдаимир улы Юрзинов — хоккей буйынса атҡаҙанған спорт мастеры. Латвия ССР-ы, Советтар Союзы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры
Командалар
Көнбайыш конференцияһы
Рәсәйҙең Европа өлөшө
Көнсығыш конференцияһы
Көнсығыш конференцияһы
2015—2016 йылдар миҙгеле
Команда | Ҡала | Арена | Нигеҙләнгән | МХЛ-Б | Регион кубогы | Партнёрлыҡ командаһы | Баш тренер | Капитан |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Көнбайыш конференцияһы | ||||||||
Белгород | ![]() |
«Оранжевый лёд» БА | 1994 | 2012 | — | — | ![]() |
![]() |
Брянск | ![]() |
Боҙ һарайы | 1963 | 2014 | — | — | ![]() |
![]() |
Дизелист | ![]() |
Дизель-Арена | 2011 | 2011 | — | «Дизель» Пенза | ![]() |
капитан юҡ |
Драгуны | ![]() |
«Багратион» СҺ | 2004 | 2014 | — | — | ![]() |
![]() |
Зеленоград | ![]() |
«Зеленоградский» БСҺ | 2009 | 2011 | — | — | ![]() |
![]() |
Локо-Юниор | ![]() |
С.А. Николаев ис. «Торпедо» СҺ | 2013 | 2013 | — | «Локомотив» Ярославль | ![]() |
![]() |
Липецк | ![]() |
«Звездный» СК | 2015 | 2015 | — | — | ![]() |
![]() |
Россошь | ![]() |
«Россошь» БҺ | 2012 | 2012 | 2015 | «Буран» Воронеж | ![]() |
![]() |
СКА-Варяги | ![]() |
«Хорс» БА | 2014 | 2014 | — | СКА Санкт-Петербург | ![]() |
![]() |
СКА-Карелия | ![]() |
«Кондопога» СҺ | 2015 | 2015 | — | СКА Санкт-Петербург | ![]() |
![]() |
Тверичи | ![]() |
«Юбилейный» СҺ | 2012 | 2012 | — | ТХК Тверь | ![]() |
капитан юҡ |
Юность | ![]() |
«Юность Минск» БА | 2010 | 2015 | — | — | ![]() |
![]() |
Восточная конференция | ||||||||
Алтай | ![]() |
Б. Александров ис. СҺ | 2015 | 2015 | — | ![]() |
![]() ![]() |
![]() |
Батыр | ![]() |
Нефтекама боҙ һарайы | 2011 | 2011 | — | ![]() |
![]() |
![]() |
Горняк | ![]() |
«Горняк» БА | 2012 | 2013 | 2016 | — | ![]() |
![]() |
Комета | ![]() |
«Кристалл» БҺ | 2014 | 2014 | — | — | ![]() |
![]() |
Красноярские Рыси | ![]() |
Арена-Север | 2011 | 2011 | — | ![]() |
![]() |
![]() |
Мечел | ![]() |
«Мечел» СҺ | 2011 | 2011 | — | — | ![]() |
![]() |
Прогресс | ![]() |
«Кристалл» БҺ | 2011 | 2014 | — | ![]() |
![]() |
![]() |
Спутник | ![]() |
«Юбилейный» СҺ | 2011 | 2012 | — | ![]() |
![]() |
![]() |
Челны | ![]() |
Яр Саллы БСҺ | 2004 | 2012 | — | — | ![]() |
![]() |
Южный Урал-Металлург | ![]() |
«Айсберг» БҺ | 1956 | 2012 | — | «Южный Урал» Орск | ![]() |
![]() |
Юниор | ![]() |
Н.В. Парышев ис. БСҺ | 2012 | 2012 | 2012 | «Зауралье» Ҡурған | ![]() |
Миҙалсылар таблицаһы
Миҙгел | ![]() | ![]() | ![]() | 4-се урын |
---|---|---|---|---|
2011/12 | ![]() | ![]() | ![]() | ![]() |
2012/13 | ![]() | ![]() | ![]() | ![]() |
2013/14 | ![]() | ![]() | ![]() | ![]() |
2014/15 | ![]() | ![]() | ![]() | Юҡ* |
![]() | ||||
2015/16 | ![]() | ![]() | ![]() | ![]() |
- * 2014/2015 йылдар миҙгелендә ярымфиналдарҙа еңелгән ике команда ла бронза миҙалдары менән бүләкләнә.
Индивидуаль бүләктәр
Йыл һайын Лига тамамланған чемпионаттың иң яҡшы ҡатнашыусыларын билдәләй. ЙХЛ бүләктәре беҙҙең хоккейҙың легендалары исемен йөрөтә[25].
- Борис Михайлов исемендә бүләк
- Бүләк «гол+пас» системаһы буйынса иң күп мәрәй йыйған уйынсыға бирелә.
- Борис Майоров исемендә бүләк
- Даими чемпионатта бөтәһенән дә күберәк шайба индергән хоккейсыға бирелә.
- Вячеслав Фетисов исемендә бүләк
- Лига фекере буйынса иң яҡшы һаҡсыға бирелә.
- Владислав Третьяк исемендә бүләк
- Чемпионаттың иң яҡшы ҡапҡасыһына бирелгән трофей.
- Владимир Юрзинов исемендә бүләк
- Команданың уңыштарына иң күп өлөш индергән тренерға бирелә.
- Виталий Давыдов исемендә бүләк
- Плей-офф серияһының иң яҡшы уйынсыһына бүләк.
Командаларҙың лигала һөҙөмтәләре
2011 йылда дивизион барлыҡҡа килгәндән бирле ЙХЛ беренселегендә бөтәһе 42 команда ҡатнаша. Әлеге ваҡытта уйнаған командалар араһынан өсәү бер тапҡыр ҙа плей-офф ярыштарында ҡатнашмай ҡалмай. Таблицала ЙХЛ чемпионаттарында һәр миҙгелендә чемпионаттың даими өлөшөндә (һан — турнир таблицаһында урыны) һәм плей-оффта (төҫ менән күрһәтелгән) командаларҙың сығыш яһауҙарының һөҙөмтәләре күрһәтелгән. Тик төрлө конференциялар командалары төрлө уйындар һанын үткәргәнгә күрә, бындағы мәғлүмәт проценттар менән һаналған.
|
|
Быуындар кубогы
Быуындар кубогында ЙХЛ беренселегенең иң көслө уйынсылары ҡатнаша. Был Континенталь хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙар уйынына һәм ЙХЛ чемпионатының Вызов кубогына оҡшаш.
2012 — 23 февраль 2012, Пенза, Дизель-Арена, Көнбайыш — Көнсығыш 3:2
2013 — 17 апрель 2013, Кирово-Чепецк, Көнбайыш — Көнсығыш 6:3
2014 — 18 ғинуар 2014, Учалы, Көнбайыш — Көнсығыш 1:4
2015 — 17 ғинуар 2015, Әлмәт, Көнсығыш — Көнбайыш 3:4
2016 — 30 ғинуар 2016, Яр Саллы, Көнсығыш — Көнбайыш 4:0.
Киләсәк кубогы
Был кубок өсөн уйында ЙХЛ чемпионатында һәм беренселегендә сығыш яһаған һәм 18 йәштән оло булмаған хоккейсылар осраша. Бындай уйын бер тапҡыр ғына 2012 йылда үткәрелә. Шул осрашыу Силәбе ҡалаһында үтә һәм Көнбайыш командаһы Көнсығышты 3:1 иҫәбе менән еңә[26].
ЙХЛ суперкубогы
Был суперкубок өсөн уйын тәүгегә 2015/2016 йылдар миҙгеле тамамланғас 2016 йылдың 30 апрелендә үтә. Был уйында ЙХЛ чемпионаты һәм беренселеге чемпиондары осрашасаҡ. Уйын беренселек чемпионы майҙансығында уҙасаҡ[27].
2016 — Учалы, «Горняк» Учалы — «Локо» Ярославль 1:5.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.