Юғары хоккей лигаһы — Ебәк юлы кубогы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Юғары хоккей лигаһы — Ебәк юлы кубогы, ЮХЛ (рус. Высшая хоккейная лига — Кубок Шёлкового пути, ВХЛ)[1] — Континенталь хоккей лигаһынан ҡала Рәсәйҙәге һөнәри (профессиональ) хоккейҙың икенсе дивизионы. ЮХЛ ярыштарын «Юғары хоккей лигаһы» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ ойоштора. 2010 йылға тиклем шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының юғары лигаһы көсө буйынса икенсе чемпионат була. 2009 йылдың 24 ноябрендә ойошторола. 2010 йылдың 22 мартында ЮХЛ клубтарының тәүге йыйылышы үтә. 2018 йылдан алып Лиганың исеменә «Ебәк юлы кубогы» тигән һүҙҙәр өҫтәлә.
Юғары хоккей лигаһы — Ебәк юлы кубогы | |
ЮХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә | |
Шайбалы хоккей | |
Нигеҙләнгән: | |
---|---|
Илдәр: | |
Регион: | |
Ваҡыт: |
һәр йыл |
Командалар һаны: |
34 |
Ғәмәлдәге еңеүсе: |
Һарыарҡа (Ҡарағанда) (2-се титул) |
Титулдарҙың иң ҙур һаны: | |
Рәсми сайт: |
Юғары хоккей лигаһы составына Юғары хоккей лигаһы беренселеге лә керә. Юғары хоккей лигаһы беренселеге элек «Рәсәй хоккей лигаһы» тип атала ине. Лиганың күпселек командаларының Континенталь хоккей лигаһы клубтары менән бергә эшләү тураһында килешеүҙәре бар. ЮХЛ-дың ҡайһы бер командалары — КХЛ командаларының фарм-клубтары. Уйынсыларҙың КХЛ клубтарынан һәм кире күсеүҙәрҙән башҡа Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаған КХЛ клубтарының йәштәр командаларынан күсеүҙәр һәм арендалар ҙа йыш күҙәтелә. Бынан тыш Юғары хоккей лигаһының ҡайһы бер клубтарының Йәштәр хоккей лигаһында йәштәр командалары һәм Юғары хоккей лигаһы беренселегендә үҙ фарм-клубтары бар.
2016 йылдың 28 июнендә РХФ-ның идараһы ЮХЛ чемпионатын үткәреү хоҡуҡтарын үҙенә кире ала.
Лигала 34 команда ҡатнаша: Рәсәйҙән 27, Ҡытай менән Ҡаҙағстандан өсөшәр һәм Үзбәкстандан бер клуб. Төп трофей — Владимир Петров исемендә Кубок. 2018 йылға тиклем төп трофей Братина Кубогы тип атала ине[2]. Ҡаҙағстандан «Һарыарҡа» хоккей клубы чемпионаттың ғәмәлдәге чемпионы була, ә «Торос» клубы — Братина кубогын иң күп тапҡыр яулаған команда. 2019 йылда лига составына Үзбәкстандан тәүге клуб керә.