Балыҡтар (лат. Pisces) — хайуандар донъяһының айырым класы; айғолаҡ аша һыуҙа эрегән кислород менән һулыш алыусы умыртҡалыларҙың ҙур төркөмө[1]; йөҙгөстәр ярҙамында хәрәкәт итәләр. Һалҡын ҡанлы һыу хайуандары.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Балыҡтар |
Макропод (Macropodus opercularis) |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Pisces
|
Классы |
---|
- Һөйәкле балыҡтар (Osteichthyes)
- Кимерсәле балыҡтар (Chondrichthyes)
- †Акантод (Acanthodii)
- †Плакодерм (Placodermi)
|
|
|
Ябырға
Балыҡтар тоҙло һәм сөсө һыуҙарҙа, тау шишмәләренән алып океан тәрәнлектәренә тиклем тереклек итә.
Балыҡтар һыу экосистемаһында аҙыҡ сылбыры булараҡ ҙур роль уйнай, шулай уҡ кеше өсөн аҙыҡ булып тора.
Балыҡтарҙың ҙурлығы 7,9 мм-ҙан алып (Paedocypris progenetica[2]) 13,7 м-ға тиклем (кит акулаһы).
Донъяла 25 000—31 000 балыҡ төрө барлығы билдәле. Рәсәйҙә 3000 төрө тереклек итә[3], шул иҫәптән 280 сөсө һыу балығы.
Зоологияның балыҡтарҙы өйрәнә торған фәне ихтиология тип атала.
Төҙөлөшө, туҡланыуы, үрсеүе һәм йәшәү реүеше буйынса 2 класҡа: кимерсәклеләргә һәм һөйәклеләргә буленә.