From Wikipedia, the free encyclopedia
Балыҡлыкүл (рус. Балыклыкуль) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 417 кеше[1]. Почта индексы — 453473, ОКАТО коды — 80205802001.
Ауыл | |
Балыҡлыкүл Балыҡлыкүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Балыҡлыкүл ауылы 1756 йылда, мишәрҙәр меркет-меңлеләр менән ер һатып алыу килешеүен төҙөгәс, барлыҡҡа килә. Типтәрҙәр, үҙ сиратында, 1758 һәм 1762 йылдарҙа аҫаба башҡорттар менән килешеү төҙөй. XIX быуат уртаһында 57 йортта 391 мишәр һәм типтәр иҫәпләнә. Бынан тыш, хеҙмәтле татарҙар ҙа теркәлгән[2].
1865 йылда Балыҡлыкүл исемле 2 ауыл теркәлгән: беренсеһендә 100 йортта 625 кеше йәшәгән (2 мәсет, училище, һыу тирмәне булған); икенсеһендә 45 йортта — 386 кеше (мәсет, училище булған). Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда 3 ауыл теркәлгән: 1‑се Былыҡлыкүлдә 486 кеше йәшәгән (мәсет, мөгәзәй булған); 2‑се Балыҡлыкүлдә — 628 кеше (мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй булған); 3‑сө Балыҡлыкүлдә — 765 кеше (мәсет, бакалея кибете булған). 20 быуаттың 30‑сы йылдарынан башлап ауылдар бергә иҫәпкә алына[3].
Балыҡлыкүл ауылы — административ үҙәк. Ауылда башланғыс мәктәп—балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 2211 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1163 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 623 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 472 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 458 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 417 | 197 | 220 | 47,2 | 52,8 |
1906 йылда 1879 кеше иҫәпләнгән.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (93 %) йәшәй[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.