From Wikipedia, the free encyclopedia
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, БМО (ингл. United Nations, рус. Организация Объединённых Наций) — донъяла тыныслыҡты һәм именлекте һаҡлау һәм нығытыу, шулай уҡ дәүләттәр араһында хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған халыҡ-ара ойошма. БМО ҡарарҙары Ойошма системаһына ҡараған махсус маҡсатлы агентлыҡтар, бәйле ойошмалар, шуралар һәм ағза илдәрҙең структуралары арҡылы тормошҡа ашырыла.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы | |
United Nations Organisation des Nations unies | |
| |
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы булған дәүләттәр
| |
Ағза |
193 ағза-дәүләт |
---|---|
Штаб-квартира | |
Ойошма төрө |
халыҡ-ара ойошма |
Рәсми телдәре | |
Етәкселәре | |
Генераль секретары | |
' | |
Нигеҙләнгән | |
БМО уставына ҡул ҡуйыу | |
Устав ғәмәлгә инде | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Викимилектә | |
Ойошма эшмәкәрлеге һәм структураһы Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Гитлерға ҡаршы коалиция булдырған илдәр тарафынан төҙөлгән. «Берләшкән Милләттәр» исеме беренсе тапҡыр 1942 йылдың 1 ғинуарында ҡул ҡуйылған "Берләшкән Милләттәр Декларацияһы"нда телгә алына.
БМО уставы 1945 йылда Сан-Франциско конференцияһында раҫлана, шул уҡ йылдың 26 июнендә 51 дәүләт вәкиле тарафынан ҡул ҡуйыла. Уставтың үҙ көсөнә инеү датаһы — 24 октябрь Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө тип билгеләнә.
БМО-ның Генераль Ассамблеяһы йәки Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы, (инглизсә United Nations General Assembly, fr. L’Assemblée générale des Nations unies) — 1945 йылда БМО резолюцияһы буйынса ойошҡан БMO-ның вәкилдәр, директив, кәңәшсе баш органы.
БMO-ның Именлек Советының ҡарарҙарынан айырмалы булараҡ, БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡарарҙары мәжбүри көскә эйә түгел.
Ассамблея 193 БМО ағзаһынан тора. БМО Уставында[4] тасуирланған халыҡ-ара мәсьәләләргә ҡағылышлы фекер алышыу майҙаны булып тора.
Ассамблея сессияларына йыл һайын сентябрь—декабрь айҙары араһында йыйыла, улар араһында зарурлыҡ тыуғанда йыйылыуы мөмкин.
БМО-ның Генераль секретары ойошманың Именлек Советы тәҡдиме буйынса Генераль Ассамблея тарафынан яңынан һайланыу мөмкинлеге менән 5 йылға тәғәйенләнә.
№ | Исем | Фото | Ил | Вазифаны үтәй башлау ваҡыты | Тамамлау ваҡыты |
---|---|---|---|---|---|
- | Глэдвин Джебб | Бөйөк Британия (Көнбайыш Европа) | 24 октябрь 1945 йыл | 1 февраль 1946 йыл | |
1 | Трюгве Хальвдан Ли | Норвегия (Көнбайыш Европа) | 2 февраль 1946 йыл | 10 ноябрь 1952 йыл | |
2 | Даг Хаммаршельд | Швеция (Көнбайыш Европа) | 10 апрель 1953 йыл | 18 сентябрь 1961 йыл | |
3 | У Тан | Бирма (Азия) | 30 ноябрь 1961 йыл | 1 ғинуар 1972 йыл | |
4 | Курт Вальдхайм | Австрия (Көнбайыш Европа) | 1 ғинуар 1972 йыл | 1 ғинуар 1982 йыл | |
5 | Хавьер Перес де Куэльяр | Перу (Көньяҡ Америка) | 1 ғинуар 1982 йыл | 1 ғинуар 1992 йыл | |
6 | Бутрос Бутрос-Гали | Мысыр (Африка) | 1 ғинуар 1992 йыл | 1 ғинуар 1997 йыл | |
7 | Кофи Аннан | Гана (Африка) | 1 ғинуар 1997 йыл | 1 ғинуар 2007 йыл | |
8 | Пан Ги Мун | Көньяҡ Корея (Азия) | 1 ғинуар 2007 йыл | 1 ғинуар 2017 йыл Беренсе срогы бөтөр алдынан | |
9 | Антониу Гутерреш | Португалия (Көнбайыш Европа) | 1 ғинуар 2017 йыл | Вазифаһын башҡара |
БMO-ның Именлек Советы халыҡ-ара тыныслыҡ һәм именлек өсөн яуаплы, уның ҡарарҙарына БМО-ның барлыҡ ағзалары буйһонорға бурыслы. БМО-ның именлек Советындағы биш даими ағза (Рәсәй Федерацияһы, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Ҡытай) вето хоҡуғына эйә.
Именлек Советы биш ағзанан тора: биш ағза — даими (Рәсәй, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция һәм Ҡытай), ҡалған ун ағза (Устав терминологияһы буйынса — «даими булмаған аҡзалар») Уставтың 23 статьяһы 2-се пунктына ярашлы һайлана.
2011 йылдың 14 июленә БМО-ға 193 дәүләт керә[5].
БМО-ла эште ойоштороу өсөн рәсми һәм эш телдәре раҫланған. Ойошманың һәр органы өсөн ошо телдәрҙе ҡулланыу тәртибе эшләнгән.
Ойошманың барлыҡ документтары БМО-ның рәсми телдәрендә төҙөлә.
Халыҡ-ара ойошманың рәсми телдәре булған түбәндәге алты телдең махсус көнө билдәләнә:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.