Америка Ҡушма Штаттары
Төньяҡ Америкала урынлашҡан федератив дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Америка Ҡушма Штаттары (ингл. United States of America), ҡыҫҡаса АҠШ (ингл. USA), йәки Ҡушма Штаттар (ингл. United States, U.S., ябай телдә — Америка) — Төньяҡ Америкала урынлашҡан дәүләт. Майҙаны буйынса донъяла дүртенсе (9 518 900 км²), халыҡ һаны буйынса өсөнсө (304 млн кеше) урында тора. Баш ҡалаһы — Вашингтон.
Ҡыҫҡа факттар
| |||||
Девиз: «In God We Trust» (1956 йылдан) «Хоҙайға инанабыҙ» «E Pluribus Unum» (лат., традицион) ингл. «Out of Many, One», башҡ. «Күптән берлек»» | |||||
Гимн: «The Star-Spangled Banner» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 4 июль 1776 йыл ( Бөйөк Британия) | ||||
Рәсми тел | инглиз теле (де-факто); (Инглиз теленең америка варианты)[1] | ||||
Баш ҡала | Вашингтон | ||||
Эре ҡалалар | Нью-Йорк, Лос-Анджелес, Чикаго, Хьюстон, Филадельфия, Финикс, Сан-Антонио, Сан-Диего, Даллас | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент Вице-президент | Джозеф Байден Камала Деви Харрис | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 4 9 518 900[2] км² 6,76 | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы | 313 232 044[3] чел. (3) 32 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2009) • Бер кешегә |
14,256 трлн[4] долл. (1) 46 381[4] долл. | ||||
КПҮИ (2011) | ▬ 0,910[5] (бик юғары) (4 урын) | ||||
Этнохороним | америкалы, америкалылар | ||||
Валюта | АҠШ доллары (USD,код 840) | ||||
Интернет-домены | .us, .mil, .gov | ||||
Код ISO | US | ||||
МОК коды | USA | ||||
Телефон коды | +1 | ||||
Сәғәт бүлкәте | −5…−10 | ||||
|
Ябырға
Америка Ҡушма Штаттары төньяҡта Канада, көньяҡта Мексика менән сиктәш. Көнбайыш яры Тымыҡ океан, көнсығыш яры Атлантик океан менән йыуыла. Административ яҡтан ил 50 штатҡа һәм 1 федераль округҡа (Колумбия) бүленә.
АҠШ-ла юридик рәүештә рәсми тел юҡ.
АҠШ ҙур иҡтисад ҡеүәте, иң ҙур армия менән донъяла тәьҫир итеү үҙәге булып тора. Башҡа илдәргә мәҙәни, фән, йәмғиәт, сәйәсәт яҡтан ҙур йоғонто яһай.