Өсөнсө рейх
1933 йылдың 24 мартынан 1945 йылдың 23 майына тиклемге осорҙа Германия империяһының рәсми булмаған исеме / From Wikipedia, the free encyclopedia
Өсөнсө рейх (нем. Drittes Reich, Өсөнсө империя, Өсөнсө держава; рус. Тре́тий рейх, Третья империя, Третья держава) — 1933 йылдың 24 мартынан 1945 йылдың 23 майына тиклемге осорҙа Германия империяһының рәсми булмаған исеме[7][8].
Германия империяһы Бөйөк Германия империяһы | |||||
нем. Deutsches Reich (1933—1943) нем. Großdeutsches Reich (1943—1945) | |||||
| |||||
Девиз: «нем. Ein Volk, ein Reich, ein Führer | |||||
Гимн: Песнь немцев[d] һәм Песня Хорста Весселя[d] | |||||
1933 йылдың 24 марты — 1945 йылдың 23 майы
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала |
Берлин | ||||
Эре ҡалалары |
Берлин, Вена, Һамбург, Мюнхен | ||||
Телдәр |
нимес теле | ||||
Дин |
донъяуи дәүләт[2] | ||||
Аҡса берәмеге |
рейхсмарка | ||||
Майҙаны |
633.786 км² (1938 й.) | ||||
Халҡы |
90 млн. (1941 йылға Ер халҡының 4 проценты) | ||||
Идара итеү формаһы |
де-юре: президент-парламент республикаһы[3] де-факто: автократия[4][5] | ||||
Гимн |
«Немецтар йыры» | ||||
Дәүләт башлыҡтары | |||||
Фюрер | |||||
• 1934—1945 |
Адольф Һитлер | ||||
Рейхспрезидент | |||||
• 1925—1934 |
Пауль фон Һинденбург | ||||
• 1945 |
Карл Дёниц | ||||
Рейхсканцлер | |||||
• 1933—1945 |
Адольф Һитлер | ||||
• 1945 |
Йозеф Һеббельс | ||||
• 1945 |
Иоганн фон Крозиг | ||||
Предшественники и преемники | |||||
| |||||
Өсөнсө рейх Викимилектә | |||||
Немец дәүләтенең 1871 йылдың 18 ғинуарынан 1943 йылдың 26 июненә тиклемге рәсми атамаһы — Германия империяһы (Deutsches Reich), ә 1943 йылдың 26 июненән 1945 йылдың 23 майына тиклем — Бөйөк Германия империяһы (Großdeutsches Reich). Немец телендә бер власҡа буйһонған ерҙәрҙе аңлатҡан «рейх» һүҙе ғәҙәттә «империя» тип, ә ҡайһы саҡта, текстағы мәғәнәнән сығып, батшалыҡ («царство») йәки «держава» тип тә тәржемә ителә. Әҙәбиәттә һәм тарихнамәлә йыш ҡына националь-социалистик Германия һәм фашист Германияһы (фашистик Германия) тигән һүҙ бәйләнештәр ҙә ҡулланыла.
Германия был осорҙа бер партиялы система һәм милли социализм идеологияһы өҫтөнлөк иткән тоталитар[9] дәүләт була. Йәмғиәттең бөтә яҡтары ла контролдә тотола.
Өсөнсө рейх Милли-социалистик немец эшселәр партияһын етәкләгән һәм үҙенең 1945 йылдың 30 апрелендәге үлеменә ҡәҙәр алмашһыҙ дәүләт башлығы булған (рәсми титулы — «фюрер һәм рейхсканцлер») Адольф Гитлерҙың власы менән туранан-тура бәйле.
Үҙенең аяуһыҙлығы йәһәтенән Гитлер режимы бөтә тоталитар режимдарҙы, шул иҫәптән Португалиялағы Антониу ди Оливейр Салазарҙың һәм Испаниялағы Франциско Франконың уң диктатураларын да, СССР-ҙағы Сталиндың һул диктатор режимын да уҙып китә.
1938 йылдан Өсөнсө рейхтың тышҡы сәйәсәте территориаль-сәйәси экспанцияға ынтылыш менән билдәләнә: 1938 йылдың мартында Беренсе Австрия Республикаһы баҫып алына[10], 1938 йылдың сентябре — 1939 йылдың мартында Германия Чехияны һәм Клайпеда крайын үҙенә ҡуша[11], вермахтың 1939 йылғы Польшаға хәрби кампанияһы нәтижәһендә Ирекле Данциг ҡалаһы һәм Польша биләмәләренең бер өлөшө Германияға ҡушылдырыла[12], 1941 йылда Люксембург Германия тарафынан көсләп үҙенә ҡушылдырыуға (аннексия)ға дусар ителә. Төрлө сит биләмәләрҙе көсләп берләштереү аҙаҡтан да дауам итә.
Икенсе донъя һуғышының тәүге йылдары Германия өсөн үтә уңышлы була. 1942 йылға ул континенталь Европаның күп өлөшөндә (Испания, Португалия, Швейцария һәм Швециянан башҡа) контроль урынлаштыра: биләмәләрҙең бер өлөшө баҫып алынған булһа, ҡайһылары де-факто бойондороҡло дәүләт берәмектәренә әйләнә (мәҫәлән, быға тиклем үҙ аллы булған Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте). Хатта Германияның союздаштары һаналған Болгария менән Финляндия ла бары тик өлөшләтә генә үҙ аллы сәйәсәт алып бара[13]. Әммә 1943 йылда һуғыш барышында Гитлерға ҡаршы коалиция файҙаһына һынылыш була, ә 1945 йылдың ғинуарынан хәрби хәрәкәттәр Германияның һуғышҡа тиклемге биләмәләренә күсә. 1945 йылдың 23 майында союзниктар тарафынан рейхспрезидент Карл Дёниц етәкләгән Фленсбург хөкүмәте таратылғандан һуң Өсөнсө рейх йәшәүҙән тулыһынса туҡтай.