Өйрә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Өйрә — башҡорттарҙың милли ризығы.
Ҡыҫҡа факттар Милли аш-һыу, Компоненттар ...
Өйрә | |
Аш | |
Милли аш-һыу | |
---|---|
Башҡорт ашамлыҡтары | |
Компоненттар | |
Төп |
тары ярмаһы, борос |
Булыуы мөмкин |
йылҡы ите, ҡош ите, һуған, кишер, һыйыр майы, тоҙ |
Оҡшаш аҙыҡтар | |
Ябырға
Өйрә әҙерләү өсөн йылҡы, ҡош йәки һыйыр итен ҙур булмаған киҫәктәргә турап бешерәләр. Тары ярмаһы, кишер, һуған, тоҙ, тәмләткестәр өҫтәлә.
Әҙер ашты ит киҫәктәре һәм йәшелсә менән бирәләр. Өйрә беренсе аш ашамлыҡтарына инә. Ашамлыҡты бәшмәк, балыҡ менән әҙерләргә мөмкин. Ҡатыҡ менән бирелә.
Тауыҡ өйрәһе яй утта бешерелә, күбеге алына. Алдан тауыҡ ите 25-әр грамлыҡ киҫәктәргә турала. Шулай уҡ тары ярмаһы һәм тәмләткестәр менән бешерелә.