From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡуллама — ит һәм йәшелсәләрҙән әҙерләнгән һурпалы аш.
Бер өлөшкә 160 г һыйыр йәки йылҡы ите, бер баш һуған, бер кишер, 70 г он, бер йомортҡа, һалманы майлау өсөн аҡ май алына.
Эре киҫәкле итте тоҙ, тәмләткестәр ҡушып, аҙ ғына һыуҙа бешерәләр. Бешкән итте 20-30 г. киҫәктәргә шаҡмаҡлап турайҙар.
Туҡмасҡа сөсө ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙы 2-3 мм. ҡалынлығында йәйәләр. Бер аҙ кипкәс, 1-1,5 см. киңлегендә шакмаҡлап киҫәләр. Һурпала йәки һыуҙа бешереп алғас, дуршлагта һөҙәләр, бер-береһенә йәбешмәһен өсөн, аҡ май менән майлайҙар.
Ит бешкән һурпала йәки айырам һауыттағы һыуҙа кишер бешерәләр. Уны шаҡмаҡлап йәки түңәрәкләп турайҙар. Табынға биргәндә тәрилкәгә бешкән һалма менән кишер, өҫтөнә ит киҫәктәре һалалар. Ваҡ итеп туралған һуған, һурпа ҡоялар.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?
: |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.