әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Әхмәтйәнов Ким Әбүзәр улы (5 февраль 1932 йыл — 9 ноябрь 1980 йыл) — әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1972)
Әхмәтйәнов Ким Әбүзәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР[1] |
Тыуған көнө | 5 февраль 1932[1] |
Тыуған урыны | Әлмөхәмәт, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 9 ноябрь 1980[1] (48 йәш) |
Вафат булған урыны | Әлмөхәмәт, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты[1] |
Уҡыу йорто | К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты[1] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d][1] |
Әүҙемлек урыны | Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)[1] |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов 1932 йылдың 5 февралендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған.
Ким Әхмәтйәнов, үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында уҡый. Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый, башҡорт шиғриәте буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһында эшләй.
Ким Әхмәтйәнов «Әҙәбиәт теорияһы» китабы өсөн Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була. «Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре», «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге», «Шиғриәт иленә сәйәхәт». «Назар Нәжми — шиғыр оҫтаһы», «Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады», «Матурлыҡ, батырлыҡ, шиғриәт» һ. б. китаптары бөгөн дә әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар, студенттар өсөн кәрәкле һәм мөһим хеҙмәттәр. Ижад юлына аяҡ баҫҡан һәр кем танылған ғалимдын эштәренә мөрәжәғәт итә.
Ким Әбүзәр улы башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙҙәрен тәрән өйрәнеү буйынса юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдыра.
Ғалим 1980 йылдың 9 ноябрендә вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.