Тилән ырыуы старшинаһы Крәҫтиәндәр һуғышы ҡатнашыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Әмин Ибраев (18-се быуаттың сиреге — 1780 йылдарҙан һуң) — Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы. Тиләү улусы старшинаһы[1] Е. И. Пугачёв полковнигы.
Әмин Ибраев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған урыны | Әмин |
Һөнәр төрө | Пугачёв Емельян Иванович, хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы |
Әмир Ибраев Себер даруғаһы Тиләү улусы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Әмин ауылында тыуған. Тиләү улусының старшинаһы була. Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Иҫәт провинцияһы отряды менән етәкселек итә. Отрядҡа урындағы халыҡты йәлеп итә, фураж, аҙыҡ-түлек йыйыуҙы, юлдарҙы, кисеүҙәрҙе һаҡлауҙы ойоштора.
1774 йылдың май — ноябрь айҙарында Әмин Ибраев отряды алты йөҙгә яҡын кеше менән Себер даруғаһында хәрәкәт итә. Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналиндар менән берлектә И. И. Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Ҡытау-Ивановск заводын штурмлауҙа һәм Ҡытаутамаҡ заводын алыуҙа ҡатнаша. 1774 йылдың көҙөнә тиклем хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы һуғышып йөрөүе билдәле.
Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылғандан һуң ғәйебен танып килә, хөкүмәт вәкилдәре алдында ант итә. 1777 йылдарға тиклем Тиләү улусы старшинаһы булғаны тураһында мәғлүмәттәр бар.
Әмин батыр тураһында легенда телдән-телгә, быуындан-быуынға күсеп килә. Унда Әмин ауылына көтмәгәндә утыҙлап һалдаты менән кенәз Брагиндың килеп төшөүе һәм «Ташҡаҙған» тигән тауҙан аҡ кварц ташып сығартып, кирбес һуҡтыра башлауы, тимерлек төҙөтөп, балта, кәрәк-яраҡтар эшләтеүе тураһында һөйләнә. Егеттәр Брагиндың рөхсәтенән башҡа өйләнә алмағандар. Әмин был мыҫҡыллауға түҙә алмай, Брагинды Талҡаҫ күле буйында һағалап тороп, уҡ менән атып үлтерә. Батша кешеләре Брагинды кем үлтергәнлеген һорап йөрөһәләр ҙә халыҡ батырын һатмай. Батша кешеләре килеп ауылды яндырып китә. Легендала ауылдың 1790 йылдар аҙағында тергеҙелеүе һәм Ташауыл[2] исеме менән йөрөтөлөүе тураһында телгә алына. XIX быуат аҙағында Әмин батыр хөрмәтенә ауылды Әмин тип йөрөтә башлайҙар[3].
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашҡан башҡорт юлбашсылары исемлеге
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.