йырсы (баритон) From Wikipedia, the free encyclopedia
Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы (29 апрель 1965 йыл) — йырсы (баритон), педагог. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 2000 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 2002 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2006), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021). Төрлө кимәлдәге ижади конкурстар, Аҡмулла (2004) һәм М. Өмөтбаев (2010) исемендәге премиялар лауреаты.
Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 апрель 1965 (59 йәш) |
Тыуған урыны | Һарт-Шишмә ауылы, Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Йәмил Әбделәхәт улы Әбделмәнов 1965 йылдың 29 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Шишмә ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң (1993; С. Ә. Асҡаров класы) — Башҡорт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, 2000 йылдан алып З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының йыр сәнғәте кафедраһы профессоры. Бөтә регистрҙарҙа ла тигеҙ яңғыраған киң диапазонлы матур тауышҡа, сағыу сәхнә һәләтлегенә һәм артислыҡҡа эйә.
2021 йылдың 19 мартында йырсыға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[2].
Фиорелло («Севилья цирюльнигы», Дж. Россини; дебют, 1993), Жермон («Травиата», Дж. Верди), Фигаро («Севилья цирюльнигы», Россини), Эскамильо («Кармен», Ж.Бизе), Онегин («Евгений Онегин»), Елецкий («Пики дамаһы»; икеһе лә — П. И. Чайковский), Аҡмулла (шул уҡ исемле опера, 1996), Буранбай («Ҡаһым түрә», 2002; икеһе лә — З. Ғ. Исмәғилев), Тимерхан һәм Сәсән («Нәркәс», Х. Ф.Әхмәтов 1994), Ғүмәр Хәйәм һәм Лермонтов («Memento», C. Ә. Низаметдинов, 2000) партияларын; Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы шиғырҙарына вокаль циклды, Н.Ә.Дауытов йырҙарын һәм романстарын тәүге башҡарыусы.
Концерт репертуарында сит ил һәм ватан композиторҙарының операларынан һәм вокаль әҫәрҙәренән ариялар бар. Массимо театры (Палермо ҡалаһы, Сицилия) сәхнәһендә йырлай, унда В. А. Моцарттың «Реквием» әҫәрендә баритон партияһын башҡара. И. К. Архипова, СССР-ҙың халыҡ артистары А. Ф. Ведерников, М. Ф. Касрашвили, В. И. Пьявко, Рәсәй федерацияһының халыҡ артисы Ф. Ш. Мансуров һәм башҡалар менән сығыш яһай.
Рәсәй, Ҡытай, Мысыр, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. «Рәсәй музыкаһы панорамаһы» Бөтә Рәсәй фестивалендә (Краснодар ҡалаһы, 1997), Халыҡ ара опера музыкаһы фестивалендә (Кирения ҡалаһы, Кипр; 1998), Ҡазанда һәм Өфөлә Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивалендә, Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә (2001), ЮНЕСКО-ның штаб фатирында Халыҡ-ара Башҡортостан Республикаһының презентацияһында (Париж, 2008, 2013), Сыуаш Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә (Чебоксар, 2013), Ҡырғыҙ Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәрендә (Бишкәк, 2015) һәм башҡа фестивалдәрҙә ҡатнаша.
Ҙур уңыш менән ул соло концерт программалары менән сығыш яһай (улар араһында — «Мин яратам һине, тормош!», 2009, «Көҙгө ямғыр» (2013); Татьяна Никанорова менән берлектә — «Одной мечты два трепетных крыла», 2003; «Минувших дней очарованье», 2004; «Святым огнём любви согреты», 2006)[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.