билдәле тәртип буйынса урынлашҡан һүҙҙәр тупланмаһы, белешмә китабы From Wikipedia, the free encyclopedia
Һүҙлек (лөғәт) - рус. словарь - билдәле тәртип буйынса урынлашҡан һүҙҙәр тупланмаһы, белешмә китабы.Һүҙлектә һүҙҙәрҙең мәғәнәһе, ҡулланылышы, килеп сығышы, башҡа телдәргә тәржемәһе һ.б. мәғлүмәт була. Фәнни һүҙлектәрҙә терминдар аңлатып бирелә.
Һүҙлек | |
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу | слов. |
---|---|
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Һүҙлек Викимилектә |
Һүҙлек — атамалар йәки тематика буйынса һайлап алынған ҙур булмаған мәҡәләләрҙән торған мәғлүмәт китабы йәки башҡа төрлө сығанаҡ. Энциклопедик (энциклопедия) һәм лингвистик һүҙлектәр була.
Компьютер техникаһы үҫешеүе электрон һүҙлектәр һәм онлайн-һүҙлектәрҙе барлыҡҡа килтерҙе.
Иң боронғо төрки телдәр һүҙлеге —«Диуану лөғәт әт-төрк» (ғәр. ديوان لغات الترك), 20 төрки телдең лингвистик, тарихи‑мәҙәни һәм этнографик материал йыйылған һәм дөйөмләштерелгән тәржемә-аңлатмалы һүҙлек-тезаурусы. 1072—1074 йылдарҙа лексикограф һәм филолог Мәхмүт әл-Ҡашғари тарафынан төҙөлгән һүҙлеккә башҡорт теле һәм башҡорттар тураһында ла мәғлүмәт индерелгән.
Тәүге рус һүҙлеге тип 1282 йылда сыҡҡан 174 һүҙҙән торған «Кормчая книга» күсермәһен— Азбуковникты атарға була [1].
Миндийәр Биксуриндың «Һүҙҙәрҙең башҡорт теленә тәржемәһе» тигән ҡулъяҙмаһы башҡорт теленең тәүге һүҙлеге тип һанала, ул 1781 йылда төҙөлгән[2].
«Һүҙлек» аңлатмаһы төрлө сығанаҡта төрлөсә бирелә:
Һүҙлектәрҙең ике төп төрө бар: энциклопедия(энциклопедик) һәм лингвистик.
Лингвистик (тел) — тел берәмектәре (һүҙ, һүҙформалар, морфемалар). Бындай һүҙлектә һүҙ (һүҙформа, морфема) һүҙлектең маҡсаты, күләме һәм бурысынан сығып, төрлө яҡлап тикшерелә(һүҙҙең мәғәнәһе, эстәлеге,һүҙҙең яһалышы, орфография, орфоэпия, дөрөҫ ҡулланыу). Һүҙлектәге һүҙҙәрҙең күпме сифаты тикшерелеүҙән сығып, һүҙлектәрҙе бер аспектлы һәм күп аспектлы һүҙлектргә бүлеп йөрөтәләр.
Энциклопедия (энциклопедик) (бор. грек. ἐγκύκλιος παιδεία — «обучение в полном круге») был һүҙлектәрҙә һүрәтләнгән тел берәмектәре тураһында экстралингвистик (телдән тыш) мәғлүмәт бар; улар фәнни аңлатмалар, терминдар, тарихи ваҡиғалар, шәхестәр, география һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт бирә. Энциклопедия һүҙлегендә һүҙ тураһында грамматика мәғлүмәттәре булмай, ә ошо һүҙ менән билдәләнгән әйбер тураһында мәғлүмәт туплана.
Терминдар һүҙлеге— унда ниндәй ҙә булһа ғилем өлкәһендә ҡулланылған терминдар,йәки темалар һәм уларға аңлатмалар була [9].
Словарь Викиһүҙлектә | |
Словарь Викимилектә | |
Словарь Викияңылыҡтарҙа |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.