From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыштым ҡала округы (рус. Кыштымский городско́й о́круг - Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге ҡала.
Ҡыштым ҡала округы | |
Байраҡ | Герб |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 20 декабрь 1934 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Кыштымский район |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәк | Ҡыштым[2] |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Халыҡ һаны |
53 444 кеше (2002)[3], 43 620 кеше (2005)[4], 42 935 кеше (2006)[4], 42 374 кеше (2007)[4], 42 105 кеше (2008)[4], 42 859 кеше (2009)[5], 41 791 кеше (2010)[6], 41 745 кеше (2011)[7], 41 525 кеше (2012)[8], 41 362 кеше (2013)[9], 41 198 кеше (2014)[10], 40 720 кеше (2015)[11], 40 534 кеше (2016)[12], 40 150 кеше (2017)[13], 39 607 кеше (2018)[14], 38 975 кеше (2019)[15], 38 763 кеше (2020)[16], 38 031 кеше (2021)[17], 37 271 кеше (2023)[18] |
Майҙан | 763 км² |
Почта индексы | 456870 |
Урындағы телефон коды | 35151 |
Ҡыштым ҡала округы Викимилектә |
Административ үҙәк — Ҡыштым ҡалаһы.
Топонимиканы өйрәнеүсе бик күптәр был атаманың башҡорт теленән килеп инеүенә өҫтөнлөк бирә: «ҡыштаным», «ҡыштау», «ҡыш» — «тымыҡ» һүҙҙәрен телгә алалар. Башҡа фекерҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, Н. А. Аристов ҡырғыҙҙар үҙҙәренең яһаҡ түләүселәрен ҡыштым тип атағандарын билдәләй.Шулай уҡ ачкештым тигән ҡәүемде лә телгә ала. Бәлки был урында ҡыштымдар йәшәгәндер тип фараз итә ул.Был фараздарҙы Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә килтерә[19][20].
Ҡала округының статусы һәм сиктәре Силәбе өлкәһенең 2004 йылдың 28 октябрендә ҡабул ителгән статусын һәм ҡала округтары сиктәрен билдәләү баш «Ҡыштым ҡала округы статусы һәм сиктәре тураһында» 294-ЗО-сы Законы менән билдәләнгән[21]
Ҡала округы составына 13 тораҡ пункт инә:
№ | Тораҡ пункт | Тораҡ пункт тибы | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Анбашская | тимер юлы станцияһы ҡасабаһы | ↗56[25] |
2 | Белое Озеро | ҡасаба | ↗11[25] |
3 | Большие Егусты | ҡасаба | ↘79[25] |
4 | Канифольный | ҡасаба | ↘16[25] |
5 | Косой Мост | ҡасаба | ↘13[25] |
6 | Кувалжиха | ҡасаба | ↘78[25] |
7 | Кыштым | ҡала, административ үҙәк | ↘37 809[23] |
8 | Рипус | ҡасаба |
|
9 | Северный | ҡасаба | ↗311[25] |
10 | Слюдорудник | ҡасаба | ↘398[25] |
11 | Тайгинка | ҡасаба | ↗1452[25] |
12 | Уйылды | ҡасаба | ↘385[25] |
13 | Южная Кузнечиха | ҡасаба | ↗47[25] |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.