Уйылды (Ҡыштым ҡала округы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Уйылды (рус. Увильды Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡыштым ҡала округындағы ҡасаба.
Уйылды | |
![]() | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыштым ҡала округы[1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
470 кеше (2002)[2], 385 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 456867 |
Уйылды Викимилектә |
Уйылды ҡасабаһы шул уҡ исемле күлдең төньяҡ -көнсығыш яры буйында, Ҡыштым ҡала окургының үҙәгенән 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйылды менән йәнәш Кәзә ҡултығы, шулай уҡ Вязовый ярымутрауы ята[4].
Уйылды ауылының исеме Уйылды күле исеменән сыҡҡан. Этимологияһы буйынса күлдең Уелдекуль, Уелдекул исемдәре лә килтерелә. Бынан топонимдың ике башҡорт һүҙенән: «уйылды» һәм «күл» һүҙҙәренән тороуы күренә. Топоним «уйпаттағы күл» йәки «убылған (уйылған) күл» тигәнде аңлатыуы ихтимал.
Уйылды ауылына 1932 йылда нигеҙ һалынған. Тәүҙә урындағы халыҡ Уйылды күле ярында балык кәсептәре менән шөғөлләнгән. Һуғыштан һуң, 1949 йылдарҙа, ҡасабала «Вязовый утрауы» ял йорто асыла[5]. 1977 йылда асылған СССР Эске Эштәр министрлығының, ә аҙаҡ Рәсәйҙең «Урман Күле» шифаханаһы асыла[6]. 2014 йылда шифаханала һуңғы күләмле ремонт башҡарыла
Хәҙер ҡасаба туризм иҫәбенә йәшәй.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала халыҡ һаны 2010 йылда 385 кеше тәшкил иткән (176 ир-егет һәм 209 ҡатын-ҡыҙ).
Уйылды күле — Урал тауы итәгендә ҡарағайлыҡ араһындағы уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.
Ҡасабала хәрби шәфҡәт туташы Плужник Клавдия Алексеевнаға һәйкәл ҡуйылған[9].
«Урман Күле» шифаханаһы бар[10]. Ҡасабанан алыҫ түгел «Бунчук» ял базаһы урынлашҡан[11]. Уйылды ҡасабаһы территорияһында бер нисә туҡталыштан торған автобус селтәре үҫешкән. Ҡасабала бер нисә магазин эшләй. Ҡасабаның яры буйында кәмәләр өсөн бер нисә пристань урынлашҡан.
Уйылды ҡасабаһы урам селтәре 11 урамдан тора[12].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.