Ҡыпсаҡтар
күскенсе төрки халыҡ. Ҡыпсаҡ далаһы йәки Дәште Ҡыпсаҡ тип аталған тарихи төбәктә йәшәгән / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыпсаҡтар (половцы, половчанин)[1]; үҙатамалары — ҡыпсаҡтар (қыпчақлар 欽察)[2]; европа һәм византия сығанаҡтарында — ҡомандар (лат. cumani, comani, греч. kο[ϒ]μάνοι), һуңыраҡ татарҙар (греч. τάταροι) — күскенсе[3][4][5] төрки халыҡ[6], Ҡыпсаҡ далаһы йәки Дәште Ҡыпсаҡ тип билдәле тарихи төбәктә йәшәгән[7]. Урыҫ сығанаҡтарына — сарочин йәки сарациндар, венгрия сығанаҡтарында — кундар[8].
Ҡыпсаҡтар | |
Нигеҙләү датаһы | 900 |
---|---|
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Kipchak Burut[d], Кыпшак[d], Ҡыпсаҡ ырыуы һәм ферганские кипчаки[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1220 |
Ҡыпсаҡтар Викимилектә |
XI быуат башында Иҙел аръяғынан ҡара диңгеҙ буйы далаларына ағыла, унан бәшнәктәр һәм торҡтарҙы ҡыҫырыҡлап сығара. Шунан ҡыпсаҡтар Днепрҙы аша сыға һәм Дунайҙың түбәнге ағымына етә, шулай итеп, Дунайҙан алып Иртышҡа тиклем бөтә Бөйөк Даланы биләп йәшәй, шул замандан башлап көнсығыш сығанаҡтарында Дәште Ҡыпсаҡ (Ҡыпсаҡ далаһы) тип йөрөтөлә.
Алтын Урҙа (XIII быуат уртаһы) ҡыпсаҡтар аҙ һанлы монгол телле ҡәбиләләрҙе йота ассимилировали һәм уларҙы үҙ телдәренә күсерә. Һуңыраҡ ҡыпсаҡ теле хәҙерге ҡыпсаҡ төркөмө телдәре (башҡорт, татар, ҡырым татарҙар, ҡараим, ҡырымшаҡ, ҡарасай-балҡар, ҡумыҡ, нуғай, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, сыбыр)[9]нигеҙенә һалына.