Ҡарабалыҡ, Ҡара балыҡ (лат. Tinca tinca, рус. линь) — ҡылсыҡлы йылға балығы. Европаның йылға-күлдәрендә йыш осрай, Башҡортостанда ярайһы уҡ киң танылған, Уралдын көнсығышҡа һирәгерәк осрай. Йәшәү ареалы Йәнәсәй (Енисей), Байкал ға тиклем барып етә.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Ҡарабалыҡ |
|
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Һөйәкле балыҡтар | Класс: | Нурҡанатлы балыҡтар | Суб-класс: | Яңы ҡанатлылар | Инфра-класс: | Һөйәкле балыҡтар | Супер-отряд: | Һөйәк ҡыуыҡлылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Tinca tinca (Linnaeus, 1758)
|
Синонимдар |
---|
- Cyprinus tinca Linnaeus, 1758
- Cyprinus tinca auratus Bloch, 1782
- Cyprinus tincaauratus Bloch, 1782
- Cyprinus tincauratus Lacepède, 1803
- Cyprinus tincaurea Shaw, 1804
- Cyprinus zeelt Lacepède, 1803
- Tinca aurea Gmelin, 1788
- Tinca chrysitis Fitzinger, 1832
- Tinca communis Swainson, 1839
- Tinca italica Bonaparte, 1836
- Tinca limosa Koch, 1840
- Tinca linnei Malm, 1877
- Tinca vulgaris Fleming, 1828
- Tinca vulgaris (non Valenciennes, 1842)
- Tinca vulgaris cestellae Segre, 1904
- Tinca vulgaris maculata Costa, 1838
|
|
Һаҡлау статусы |
---|
Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : 21912
|
|
Ябырға
Ҡарабалыҡтың ҡалын кәүҙәһе тығыҙ ваҡ тәңкәләр менән ҡапланған. Арҡа өлөшө ҡара йәшел, ныҡ лайлалы һәм ике яҡ ҡабырғаһы алтынһыу сағылышлы ҡарағусҡыл төҫтә.
Ҡарабалыҡ йылғаларҙа, ағым күлдәрҙә һәм төбөнә ләм ултырған мәтеле, ҡуйы үлән ҡатыш ҡамыш үҫкән быуаларҙа тереклек итә. Ҡарабалыҡ аҙыҡты ләмдән соҡсоноп таба — ул ҡыҙыл ҡорт, ямғыр һәм тиреҫ селәүсендәрен, төрлө бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтарын ашай.
Май айында, быуаларҙа һыу ҡайтҡас, ҡарабалыҡҡа ҡармаҡ һалыу башлана. Йәй урталарында ул әллә ни ҡапмай, әммә август айында сиртеүе яҡшыра төшә. Ул ҡыҫала итенә, себен ҡортона арыу ҡаба. Әммә балыҡты алдатыу өсөн иң яҡшыһы — селәүсен. Ҡарабалыҡты, емде үлән араһындағы һыуға һалып, ярҙан тоталар. Был төр балыҡ һыуға ауған ботаҡ-сатаҡлы ағастар аҫтында ял итергә ярата. Ҡамыш, үлән баҫҡан күлдәрҙә һәм быуаларҙа кәмәнән ҡармаҡларга була. Бының өсөн һыу үҫемлектәре баҫмаған иркен урынды һайлайҙар.