Ҡазан юғары танк команда училищеһы
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты From Wikipedia, the free encyclopedia
Жуков орденлы Ҡыҙыл Байраҡлы Ҡаҙан юғары танк команда училищеһы (КВТКА) — рус. Казанское высшее танковое командное ордена Жукова Краснознамённое училище - Рәсәйҙең хәрби көстәренең Ҡаҙанда урынлашҡан юғары хәрби уҡыу йорто. Уҡыусылары һаны - 4000 тирәһе кеше, уҡыу йортоноң урыны - Ҡаҙан, Ырымбур тракты, 6.
Ҡазан юғары танк команда училищеһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1941 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ҡазан |
Урынлашҡан урамы | Оренбургский тракт[d] |
Урын | Татарстан Республикаһы һәм Оренбургский тракт[d] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Адрес | Оренбургский тракт, 6 |
Йорт һаны | 6 |
Рәсми сайт | kvtkku.mil.ru |
Ҡазан юғары танк команда училищеһы Викимилектә |
2009-2017 йылдарҙа - "Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең дөйөм ғәскәри академияһы" Ҡоро ер ғәскәрҙәренең хәрби-ғилми үҙәге юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалы. 2017 йылдың мартынан - үҙ аллы хәрби уҡыу йорто[1][2].
Рәсми рәүештә 1919 йылдың 22 февралендә нигеҙләнгән. Был көндә РВС бойороғо менән Ҡаҙанда беренсе мосолман пехота командирҙар курстары ойошторолған. Апрель айында уҡ курсанттарҙы РККА-ның Көнсығыш фронтына ебәрергә тура килә. 1919 йылдың 25 июлендә 2-се Ҡаҙан мосолман йәйәүле команда курстары ойошторола, ә 1920 йылдың 1 октябрендә уларҙың базаһында 16-сы Ҡаҙан мосолман йәйәүле командирҙар курстары ойошторола. 1922 йылдың декабрендә Ҡораллы көстәр һаны кәмеүгә бәйле мосолман курстарын таратыу тураһында ҡарар ҡабул ителә[3].
1923 йылда ойошторолған курстар нигеҙендә 6-сы берләштерелгән татар-башҡорт команда мәктәбе ойошторола. 1937 йылдың 16 мартында - Татар АССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты исемендәге Ҡаҙан пехота училищеһы, ә 1939 йылдың мартында Татарстан АССР-ының Юғары Советы исемендәге Ҡаҙан пехота училищеһы тип атала башлай.[3].
СССР Оборона Наркомы приказы менән 1941 йылдың 12 апрелендә танк училищеһы итеп үҙгәртелә һәм тулыһынса РККА бронетанк һәм механик ғәскәрҙәре өсөн белгестәр әҙерләүгә күсә.
1937 йылдың 16 мартында Татар-башҡорт командирҙар мәктәбенә Ҡаҙан пехота училищеһы исеме бирелгән.
1941 йылдың 12 апрелендә Ҡаҙан пехота училищеһы Ҡаҙан танк училищеһына үҙгәртелгән.
1943 йылда танк командирҙары әҙерләгән өсөн Һуғышсан Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән, 1944 йылда һуғыш уңыштары өсөн Һуғышсан Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ҡаҙан танк училищеһында 5000 танк экипаждарын әҙерләнгән.
1966 йылдың башында училище танк белгестәре әҙерләүҙең юғары профиленә күсә һәм Татарстан АССР-ы Юғары Советы исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы Ҡаҙан юғары танк команда училищеһы исемен ала.
2004 йылға тиклем Силәбе танк институтының Ҡаҙан филиалы була, унан һуң Рәсәй Федерацияһының Оборона министры бойороғо менән үҙ аллы хәрби юғары хәрби юғары уҡыу йорто булып китә: Ҡаҙан хәрби команда училищеһы - танк университеты. 2007 йылдан башлап Рәсәйҙә команда профилендәге офицер-танкистарәҙерләгән берҙән-бер хәрби училище иҫәпләнә..
2004 йылдың авгусынан училище Ҡаҙан юғары хәрби команда училищеһына үҙгәртелә.
2019 йылдың 22 февралендә училище Жуков ордены менән наградланған. Награданы РФ Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Начальнигы генерал Валерий Герасимов тапшырған[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.