Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты (рус. Казанский (Приволжский) федеральный университет, КФУ) — Ҡазан ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто. Рәсәйҙең иң боронғо университеттарының береһе. 1925 йылдан 2009 йылға тиклем В. И. Ленин исемен йөрөтә.
Ҡазан федераль университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 5 (17) ноябрь 1804[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Казанский (Приволжский) федеральный университет һәм Казан (Идел буе) федераль университеты |
Ҡыҫҡаса атамаһы | Казанский университет |
Нигеҙләүсе | Александр I Павлович |
Ректор | Галанза, Пётр Николаевич[d][2], Носон-Бер Залманович Векслин[d][2] һәм Сафин Ленар Ринат улы |
Дәүләт | Рәсәй[3] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡазан |
Ойошма ағзаһы | Европа университеттары ассоциацияһы[d][4] |
Уҡыусылар һаны | 44 992[5] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][6] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Ҡазан, Рәсәй |
Хеҙмәткәрҙәр | 2300 кеше |
Алыштырған | Elabuga State Pedagogical University[d] һәм Ҡазан дәүләт финанс һәм иҡтисад институты[6] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Диапазон IPv6 | 2001:6d0:ffdd::/48[7] |
Рәсми сайт | kpfu.ru |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 2080 һәм 6930 ± 9[8] |
Эндпоинт API | shib.kpfu.ru/idp/shibbol…[9] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Казанского университета[d] |
Ҡазан Викимилектә |
2009 йылдың 21 октябрендә Рәсәй Президенты Указы буйынса Ҡазан Дәүләт Университеты нигеҙендә — Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты ойошторола[10].
{{{название}}} | |
Ректор |
Илшат Ғафуров |
---|---|
Юридик адресы |
420012, Рәсәй, Татарстан, Ҡазан, Кремль урамы, 18 |
Сайт | |
Логотип |
КФУ логотибы 2015.svg |
Уҡыу йорто тарихи йәһәттән «Ҡазан университеты» булараҡ билдәле.
ҠФУ эсенә Ҡазан дәүләт финанс һәм иҡтисад институты, Татар дәүләт гуманитар-педагогика университеты һәм ТР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт академияһы индерелә. Үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә ҠФУ-ның ҡайһы бер факультеттары институт статусын ала, ҡайһы берҙәре башҡа уҡыу йорттары менән берләштерелә.
Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының айырыуса әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекттары йыйынтығына индерелгән. Университет, Астрономия, Лобачевский һәм Профессор Нужин урамдары араһындағы кварталды биләп торған Ҡазан университеты архитектура ансамбле Рәсәйҙең тарихи-мәҙәни, ҡала төҙөлөшө һәм архитектура һәйкәле, Ҡазандың иҫтәлекле урыны булып һанала.
1804 йылда император Александр I тарафынан асыла, 1917 йылғы Февраль инҡилабына тиклем «Император Ҡазан университеты» тип, ә унан һуң Ҡазан университеты тип йөрөтөлә.
1918 йылда Ҡазан университеты «Ҡазан дәүләт университеты» тип үҙгәртелә. В. И. Ленин вафат булғас, 1924 йылдың 26 ғинуарында «В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университеты» тигән исем бирелә. Был исем рәсми рәүештә 1925 йылдың 29 июнендә ВЦИК Президиумы тарафынан раҫлана.
1955 йылда награда бирелеү уңайынан «В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы университет» тип, ә 1979 йылдан «В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ленин орденлы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы дәүләт университеты» тип атала.
1990-сы йылдар башынан һәм 2010 йылға тиклем вуз «В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университеты» исемендә йөрөй (ҠДУ).
Рәсәй Президенты Президенты Д. А. Медведевтың 2009 йылдың 21 октябрендә сыҡҡан Указы нигеҙендә, Ҡазан университеты базаһында Волга буйы федераль округының төп юғары уҡыу йортон — Волга буйы федераль университетын [11] төҙөү планлаштырыла.
Юғары уҡыу йортоноң студенттар-уҡытыусылар составы уның исемен "Волга буйы"на үҙгәртеүгә ҡаршы сыҡҡанлыҡтан, Рәсәй һәм Татарстан президенттары "Ҡазан университеты" тарихи исемен һаҡлап ҡалырға килешәләр[12]. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе В. В. Путин тарафынан 2010 йылдың 2 апрелендә университетҡа «Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты» тигән дөйөм атама рәсмиләштерелә[13].
Ҡазан федераль университетының уҡыу-лаборатор майҙандары — 223 360,9 м², мөлкәт объекттары (614 объект) майҙандары — 699 272,82 м²; 364,3 га ер участкаһы бар[14].
Университет объекттары Татарстанда (Ҡазан, Яр Саллы, Алабуға, Лениногорск, Алексеевск, Бейектау, Лайыш, Туҡай, Үрге Ослан, Йәшел Үҙән районы, Ҡарасай-Черкесияла, Карелияла, Һамар өлкәһендә (Тольятти) һәм Марий Элда (Волжск районы) урынлашҡан[14].
Университеттың төп уҡыу биналары комплексы, йәғни университет ҡаласығы, Ҡазандың Вахитов районында, ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.
Студенттарҙың дөйөм ятаҡтары Совет районының Ҡыҙыл Позиция урамы буйлап һәм Волга буйы районында, Универсиада ауылының беренсе ике кластерында тупланған. Дөйөм алғанда, университеттың дөйөм ятаҡтары 13 000 урынға иҫәпләнгән, шул иҫәптән Универсиада ауылында — 7000 урын[14].
1996 йылда университет Рәсәй Президенты указы менән «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының айырыуса әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекттарының дәүләт йыйынтығы»на индерелә (тәүҙә В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университеты [15], 2010 йылдан ҠФУ булараҡ)[16].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.