башҡорт шағиры, журналист һәм ғилми хеҙмәткәр From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы (18 ғинуар 1911 йыл — 19 июль 1939 йыл) — башҡорт шағиры, журналист һәм ғилми хеҙмәткәр. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Ғәлимов Сәләм | |
Исеме: |
Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы |
---|---|
Псевдонимдары: |
Сәләм Ғ. (Салям Г.) |
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Оло Тәгеш ауылы, Екатеринбург өйәҙе, Пермь губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Сосновка районы) |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, публицист |
Ижад йылдары: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Хәүеф» (1932) |
Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов 1911 йылдың 18 ғинуарында Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙенең (хәҙерге Силәбе өлкәһе Сосновка районының) Оло Тәгеш ауылында тыуған.
Мәктәпте тамамлағас, 1928—1930 йылдарҙа ауылда уҡытыусы, комсомол ойошмаһы секретаре булып эшләй, колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, ауыл хәбәрсеһе була.
1930 йылда «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. 1937 йылда Башҡорт дәүләт пединститутын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай. Артабан Өфөләге Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт фәнни-тикшереү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1938 йылда СССР фәндәр академияһының Ленинград филиалына аспирантураға уҡырға ебәрелә, ул унда ҡаты сирләп китә һәм 1939 йылдың 19 июлендә[1] Ленинград ҡалаһында вафат була.
Ғәлимов Сәләм башҡорт шиғриәтендә беренсе булып лирик, эпик һәм новаторлыҡ алымдарын ҡуллана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.