паразитолог-гельминтолог. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1997) From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғафурова Зөһрә Мофазал ҡыҙы (15 сентябрь 1940 йыл) — паразитолог-гельминтолог. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1997)[1].
Ғафурова Зөһрә Мофазал ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | паразитолог, гельминтолог |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Зөһрә Мофазал ҡыҙы Ғафурова (Сәғитова) 1940 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа[1]. 1963 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң, Ҡырмыҫҡалы районында туберкулёз диспансерының баш табибы булып эшләй, 1968—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетында эшләй, 1994 йылдан алып медицина биологияһы һәм генетика кафедраһы мөдире, 2004 йылда Мәскәүҙә Рәсәй медицина Дипломдан һуң белем биреү академияһында, 2005—10 йылдарҙа Мәскәүҙә Рәсәй сауҙа-иҡтисады университетында уҡыта.
1982 йылда медицина фәндәре кандидатына дәғүә итеп, «Особенности эпидемиологии и профилактики тениаринхоза на территориях функционирования индустриальных комплексов по откорму крупного рогатого скота» темаһына диссертация яҡлай. 1996 йылда Мәскәүҙә «Эколого-социальные основы эпидемиологии и профилактики основных гельминтозов на Южном Урале» темаһына докторлыҡ диссертация яҡлай[2]. Фәнни тикшеренеүҙәре кеше гельминтоздары эпидемиологияһы мәсьәләләренә арналған. Ғафурова тарафынан Көньяҡ Уралдың төрлө климатик зоналары өсөн гельминтоздарҙы иҫкәртеү буйынса саралар программаһы төҙөлә. Уның ҡатнашлығында паразитар ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса федераль санитар ҡағиҙәләр, норма һәм гигиена нормативтары эшләнә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.