Якимец Владимир Николаевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Владимир Николаевич Якимец (23 сентябрь 1945 йыл) — СССР һәм Рәсәй социологы. Рәсәй фәндәр академияһының системалы анализ һәм А. А. Харкевич исемендәге мәғлүмәттәрҙәрҙе тапшырыу мәсьәләләре институттарының баш ғилми хеҙмәткәре. Рәсәйҙең коммерция булмаған секторы һәм гражданлыҡ йәмғиәте мәсьәләләре өлкәләрендә белгес. Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының, Энергетика һәм тирә-яҡ мөхит мәсьәләләрен халыҡ-ара тикшеренеү институты, Тикшеренеүҙәр һәм алмашыныуҙар буйынса халыҡ-ара советы эксперты[1]. 550-нән ашыу ғилми баҫмалар һәм социаль эшҡыуарлыҡ буйынса бер нисә уҡыу әсбаптары авторы. Рәсәй экология сәйәсәте үҙәген нигеҙләүселәрҙең береһе[2]. "Йәҙрә энциклопедияһы"ның (рус. «Ядерная энциклопедия») мөхәррире һәм авторҙашы. Социаль хеҙмәттәшлек секторҙары араһы өлкәһендә яңы ғилми-ғәмәли йүнәлеш төҙөүсеһе[3].
Владимир Николаевич Якимец | ||||
Тыуған көнө |
23 сентябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (78 йәш) | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||
Ғилми даирәһе |
социология, иҡтисад | |||
Эшләгән урыны |
Рәсәй фәндәр академияһының системалы анализ институты, Мәскәү физика-техника институты, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы | |||
Альма-матер |
Мәскәү дәүләт тимер юлдары университеты | |||
Ғилми дәрәжәһе |
социология фәндәре докторы (2002) | |||
Ниндәй өлкәлә танылған |
социаль эшҡыуарлыҡ, Рәсәйҙең коммерция булмаған секторы һәм гражданлыҡ йәмғиәте мәсьәләләре өлкәләрендә белгес | |||
Награда һәм премиялары |
| |||