Экономика (фән)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Экономика (урыҫса эконо́мика, бор. грек. οἶκος — йорт һәм νόμος — ҡанун, йәғни — хужалыҡ итеү ҡағиҙәләре) — хужалыҡ итеү (етештереү, бүлеү, алыштырыу һәм ҡулланыу) эшмәкәрлеген өйрәнеүсе фән. Иҡтисади (экономик) ысынбарлыҡ фәнни экономика теориялары объекты булып тора, улар теоретик һәм ғәмәли йүнәлештәргә бүлеп йөрөтөлә.
Экономика | |
Әһәмиәтле кеше | Адам Смит, Рикардо Давид, Карл Маркс, Джон Мейнард Кейнс, Пол Энтони Самуэльсон[d], Кеннет Эрроу[d], Альфред Маршалл[d], Артур Сесил Пигу[d], Милтон Фридман[d], Леон Вальрас[d], Йозеф Шумпетер, Вильфредо Парето[d] һәм Карл Менгер[d] |
---|---|
Сәнғәт йүнәлеше | классик иҡтисад[d], Австрия мәктәбе[d], меркантилизм[d], Марксизм, Q3578707? һәм Яңы кейнсианлыҡ[d] |
Өйрәнеү объекты | иҡтисад, тауарҙар[d] һәм хеҙмәт[d] |
Һештег | Economics |
Вики-проект | Проект:Иҡтисад[d] |
Stack Exchange сайты | economics.stackexchange.com |
Экономика Викимилектә |
Теоретик йүнәлеш — экономика теорияһы — алыштырыу, бүлеү, сикләнгән ресурстарҙы ҡулланыуҙың ысулын һайлау үҙенсәлектәрен тикшерә .
Ғәмәли экономикаruen экономика теорияһы эшләп сығарған закондар, теориялар, тәҡдимдәрҙе экономика системаларының айырым элементтары эшендә ҡулланыу мөмкинлеген өйрәнә.
Б.э.т. IV быуатта уҡ Ксенофонт «Домострой» (бор. грек. "Οἰκονομικός") тигән хеҙмәт яҙа, уны Цицерон латин теленә лат. Oeconomicus тип тәржемә итә. Джон Стюарт Милль «Принципы политической экономииruen(1848 г.) тигән хеҙмәтендә был терминды ҡуллана.
Айырым фән булараҡ экономика XVIII быуатта Адам Смиттың «Исследование о природе и причинах богатства народов»( «Халыҡтарҙың байлығы булмышы һәм сәбәптәре тураһында тикшеренеү»,ғәҙәттә «Богатство народов»,1776 йыл) тигән китабынан башлана. Йозеф Шумпетер Адам Смитҡа тиклем дә экономка күренештәренең эске логикаһы бар икәнен фән кимәлендә түгел, ә тик эске һиҙемләү (интуиция) кимәлендә генә аңлағандар тип яҙа.