Эфиопия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эфио́пия (башҡ. Хәбәшстан) — Эфиопия Федератив Демократик Республикаһының рәсми исеме, элек Абисси́ния булараҡ билдәле булған (амх. የኢትዮጵያ ፌዴራላዊ ዲሞክራሲያዊ ሪፐብሊክ — 1993 йылдың 24 майында, Эритрея айырылғас, диңгеҙгә сығыу юлы ябылған Көнсығыш Африка дәүләте.
| |||||
Гимн: «(Вперёд, милая мать Эфиопия)» | |||||
Нигеҙләнгән | Б. Э. Т. X быуат | ||||
Нигеҙләнгән | Б. Э. Т. X быуат | ||||
Рәсми тел | амхар | ||||
Баш ҡала | Аддис-Абеба | ||||
Эре ҡала | Аддис-Абеба | ||||
Идара итеү төрө | Парламен республикаы | ||||
Президент Премьер-министр | Гырма Уольде-Гиоргис Лемма Мелес Зенауи | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 27 1 104 300 км² 0,7 | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы | 82 112 000 чел. (14) 77 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе • Бер кешегә |
25,1 млрд. долл. (93) 304 долл. | ||||
КПҮИ (2007) | ▼ 0,414 (низкий) (171 урын) | ||||
Валюта | Эфиопский быр (ETB, код 230) | ||||
Интернет-домен | .et | ||||
Код ISO | ET | ||||
МОК коды | ETH | ||||
Телефон коды | +251 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +3 |
Халҡы 100 миллион кеше, территорияһы — 1 104 300 км², халыҡ һаны буйынса Африкала (Нигериянан ҡалыша) икенсе ил. Халыҡ һаны буйынса донъяла 12-се урында һәм территорияһы буйынса 28-се урында тора. Эфиопия — донъяла халыҡ күп йәшәгән һәм диңгеҙгә сығыу юлы булмаған дәүләт. Эритрея менән төньяҡ-көнсығыш сиге буйлап Красная диңгеҙгә тиклем ара ни бары 50 саҡрым тәшкил итә.
Баш ҡалаһы — Аддис-Абеба. Дәүләт теле — амхар теле.
Федератив дәүләт, парламент республикаһы. 12 административ-территориаль берәмеккә бүленә, шуларҙың 10-һы[1][2] штат булып тора һәм икеһе статусы буйынса штатҡа тиң айырым округ.