From Wikipedia, the free encyclopedia
Ысынбарлыҡ (лат. realis — урыҫса вещественный, действительный, матди, ысын, дөрөҫ) — булыу, йәшәп килеү тигән дөйөм мәғәнәне аңлатҡан философик атама (термин); ғәҙел (объектив) донъя; тейешле фән тарафынан өйрәнелгән әйбер һәм ваҡиғалар йыйылмаһының (универсумдың) бер өлөшө; объектив йәки ғәмәлдә йәшәп килеүсе күренештәр һәм факттар[1]. Различают объективную (материальную) реальность и субъективную (явления сознания) реальность[2].
Диалектик материализмда «Ысынбарлыҡ» төшөнсәһе ике мәғәнәлә ҡулланыла[3]:
Фекерләүҙең (урыҫса мышление) үҙ булмышына ҡарата гносеологик характеристикаһы[4]. Фән бүлектәрендә (физика, химия, тарих, социология һәм башҡалар) хәҡиҡәт категорияһы ике төрлө билдәләнә. Бер яҡтан, традицион аңлауҙа хәҡиҡәт фәнни белем маҡсаты булһа, икенсе яҡтан — фәнни белемдең объектив ысынбарлыҡ менән тура килеүенең принципиаль мөмкинлеген биреүсе һәм иң кәмендә теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләрҙе нигеҙле хәл итеүҙә комплекс булып тороусы үҙаллы ҡиммәт.
Атама киң мәғәнәлә хәҡиҡәттең синонимы булып ҡулланыла; хәл-ваҡиғә йәки һөҙәмтә; ғәмәлдәге (реаль), ә уйлап сығарылмаған; дөйөм һәм абстактҡа ҡарата конкрет һәм берҙән-бер[5]. Аң дың ныҡлы урынлашҡан йөкмәткеһе[6]. Фән философияһында факт — эмпирик белемде теркүсе һөйләм[5], тикшерә алырлыҡ раҫлау йәки шарт. Факт теорияға йәки или гипотезаға ҡаршы ҡуйыла. Фәнни теория факттарҙы һүрәтләй һәм аңлата, шулай уҡ яңыларҙы әйтә ала. Туранан-тура дөрөҫләнә йәки кире ҡағыла алмаған раҫлау фараз йәки уй-фекер тип атала.
Ғәләмде, кешенең ундағы урынын дөйөм күреү һәм аңлауҙы билдәләүсе ҡараштар, фекерҙәр, баһалар, принциптар һәм образлы күҙаллауҙар йыйылмаһы, шулай уҡ кешеләрҙең тормош позициялары, тәртип программалары һәм эшмәкәрлеге[7]. Донъяға ҡараш кеше эшмәкәрлегенә ойошҡанлыҡ, мәғәнә һәм маҡсат бирә.
Ысынбарлыҡ төшөнсәһе йәшәйеш төшөнсәһе менән ҡатмарлы мөнәсәбәткә (бәйләнешкә) инә:
Ғәләмдең материаль донъяһы — ғәмәлдә, тәбиғи фәндәрҙең төп өйрәнеү объекты. Бөгөнгө көнгә «тормош» төшөнсәһе хаҡында берҙәм фекер булмаһа ла, ғалимдар, дөйөм алғанда, тормоштоң биологик сағылышы ойошоу, матдәләр алмашыныу, үҫеү, яраҡлашыу (адаптация), ҡуҙғытҡыстарға яуап һәм үрсеү менән билдәләнгәнен таный[8]. Шулай уҡ тормош — организм торошоноң сағылышы (характеристикаһы) тип әйтеп була. Ерҙәге организмдарҙың (үҫемлектәр, хайуандар, бәшмәктәр, протистар, архейҙар (бер күҙәнәкле микроорганизмдар) һәм бактериялар) үҙенсәлектәре түбәндәгеләр: улар барыһы ла углерод-һыу нигеҙендәге ҡатмарлы ойошҡан күҙәнәктәрҙән тора, һәм уларҙың матдәләр алмашыныуы, үҫергә, ҡуҙғытҡыстарға яуап бирергә һәм үрсергә һәләттәре бар. Ошондай үҙенсәлектәргә эйә булыу тормошто аңлата. Шулай ҙа тормоштоң һәр билдәләмәһендә лә бөтә был үҙенсәлектәр мәжбүри тип әйтелмәй.
Социаль (ижтимағи) донъя ысынбарлығы. Социаль ысынбарлыҡ танып белә торған (когнитив), шулай уҡ биологик йәки шәхси ысынбарлыҡтан айырыла һәм йәмғиәттә ҡабул ителгән фекер һәм идеяларҙан (тенденцияларҙан) тора. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр, мәҫәлән Джон Сёрль, «социаль ысынбарлыҡ һәр индивидуумдан һәм тирә-яҡ мөхиттән айырым ҡуйылыуы мөмкин» тип иҫәпләй.
Кешегә күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү кеүек тойоу органдары аша техник саралар ярҙамында яһалған донъя. Виртуаль ысынбарлыҡ тәьҫир итеүҙе һәм тәьҫир итеүгә реакцияны оҡшатып күрһәтә. Ышанырлыҡ ысынбарлыҡты һүрәтләү өсөн тойғоларҙы компьютер реаль ваҡытта синтезлай. Виртуаль ысынбарлыҡтағы объекттар материаль ысынбарлыҡтағы объекттарға оҡшаш була. Ҡулланыусы виртуаль ысынбарлыҡтағы объекттарға материаль ысынбарлыҡтағы кеүек үк тәьҫир итә ала (гравитация, һыу үҙенсәлектәре, бәрелешеү, кире сағылдырыу һәм башҡалар). Әммә, күңел асыу маҡматында виртуаль донъяла ҡатнашыусыға ысынбарлыҡта мөмкин булмаған һәләт бирелә. Мәҫәлән: осоу, предметтар яһыу һәм әүерелдереү.)[9]
Компьютер уйындары виртуаль донъяның уйынсыға тәьҫир итеүенә нигеҙләнә. Күп уйындарҙа уйын уйнаусы үҙен төрлө персонаждар ролендә хис итә. Виртуаль донъя ысынбарлыҡҡа тап килһен өсөн уйындарҙа өм үлсәмле сифатлы графика ҡулланыла. Уйындың графикаһы сифатһыҙ булһа, йәки ике үлсәмле булһа схема кеүек булһа уйынды ысынбарлыҡтағы кеүек хис итеп булмай. Төрлө ҡатламға һәм төрлө маҡсатта төҙөлгән симулятор уйындар бар. Ысынбарлыҡҡа яҡынайтылған, физика закондарына нигеҙләнгән авиасимуляторҙар, автосимуляторҙар, спорт уйындары симулятоҙары бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.