Башҡортостан Республикаһының Архангел районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Ырныҡшы (рус. Ирныкши) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 513 кеше[1]. Почта индексы — 453034, ОКАТО коды — 80203822001.
Ауыл | |
Ырныҡшы Ырныҡшы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
1906 йылда — 2014 кеше; 1920—2340 (Ирныҡшы утарҙары менән бергә иҫәпкә алынған); 1939—2051; 1959—1382; 1989—521; 2002—498; 2010—447 кеше йәшәгән[2].
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеге урыҫтар (85 процент) (85 %)[5]
Дөйөм халыҡ һаны[1] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
498 | 513 | +15 | +3,01 |
Ырныҡшы ауылы шул уҡ исемдәге йылға ярында урынлашҡан. Ауыл Архангел заводына нигеҙ һалынғас та барлыҡҡа килмәгән. Һатып алынған крепостной крәҫтиәндәрҙе урынлаштырыу өсөн ерҙәр кәрәк була. Ләкин улар тәүге йылдарҙа уҡ етерлек кимәлдә булмай. Шуға күрә 1769 йылдың 15 сентябрендә И. Н. Бекетова Ырныҡшы йылғаһынан Дыуан һәм Бишауыл-Табын улустары һәм Ағиҙел йылғаһы сиктәренә тиклем Ҡумрыҡ-Табын улусы ерҙәрен башҡорттарҙан 440 һумға һатып алған. Шулай итеп, Ырныҡшы йылғаһы буйындағы ауыл ошо килешеү төҙөлгән йылда йәки уға ҡул ҡуйғандан һуң бер йыл үткәс кенә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ләкин Күрпәс-Табын улусы башҡорттарының 1755 йылғы купчийында завод хужалары Твердышев менән Мясников һатып алған ер сиктәренең ориентирҙары килтерелә. Һәм улар араһында Баҡрыл ауылы бар. Ырныҡшы ауылы Баҡрыл йылғаһы (Ырныҡшы йылғаһының ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Баҡрыл исемле ауыл Ырныҡшы тип атала башлаған, тип фараз итергә мөмкин. Шулай итеп, ауыл заводҡа нигеҙ һалынғандан һуң барлыҡҡа килгән.
1795 йылда Ырныҡшы ауылында 409 ир-ат һәм 431 ҡатын-ҡыҙ була. 1834 йылда 223 йорт хужалығында 627 ир-ат һәм 704 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1896 йылда 936 ир-ат һәм 1047 ҡатын-ҡыҙ, 362 йорт хужалығы була.
Ауылда сиркәү, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе, 4 аҙыҡ-түлек магазины, ҡаҙна шарап магазины, икмәк магазины булған[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.