From Wikipedia, the free encyclopedia
Чалманарат — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Чалманарат ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Чалманарат татар. Чалманарат | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Чалманарат |
Координаталар | |
Халҡы |
305 человек (2010) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423752 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Чалманарат — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVIII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиостровная улусы составына керә.
XX быуат башында мәсет, мәктәп, икмәк магазины, һыу һәм ел тирмәне теркәлгән, баҙар эшләгән[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
1795 йылда ир енесле 84 аҫаба башҡорт (бүләр ырыуынан), 36 керҙәш башҡорт (йәнәй ырыуынан), 9 типтәр; 1816 йылда — 348 башҡорт; 1834 йылда — 471 башҡорт; 1912 йылда — 518 аҫаба башҡорт, 23 типтәр (керҙәш башҡорт) йәшәй[2].
1859 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
686 | 781 | 207 | 669 | 545 | 592 | 535 | 374 | 229 | 367 | 400 | 350 | 309 | 324 | 310 |
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.