From Wikipedia, the free encyclopedia
Хеҙмәт Геройы — 1928—1938 йылдарҙа СССР-ҙа етештереү, ғилми эшмәкәрлек, йәмәғәт йәки дәүләт хеҙмәте өлкәһендә айырым ҡаҙаныштарға эйә булған кешеләргә бирелгән исем (1927 йылда булдырылған). 1938 йылдың 27 декабрендә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме булдырылғандан һуң был исем башҡаса бирелмәй.
Хеҙмәт Геройы | |
Нигеҙләү датаһы | 1927 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Алмаштырылған | Социалистик Хеҙмәт Геройы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1938 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Хеҙмәт Геройҙары |
Хеҙмәт Геройы Викимилектә |
«Хеҙмәт Геройы» термины 1921 йылдан алып әүҙем ҡуллана башлай — ул ваҡытта әлеге һүҙбәйлнеш менән грамоталарҙы ҙур стажлы алдынғы эшселәргә бирәләр. Бындай грамоталар Губерна профсоюздар Советы тарафынан эшселәр йыйылыштары тәҡдиме буйынса тапшырыла. Тәүге грамоталарҙы Мәскәү һәм Петроград ҡалаларының бер нисә йөҙ эшсеһе ала. .
Грамоталар менән бер үк ваҡытта шул осорҙа дефицит булған ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла, әйтәйек, итек йәки костюм тегеү өсөн туҡыма. Мәҫәлән, 1922 йылдың мартында Өфө ҡала электр станцияһын ваҡытынан алда тергеҙгән өсөн 8 эшсегә Хеҙмәт геройы исеме бирелә. Өфө губерна профсоюздар Советы ҡарарына ярашлы почетлы исемгә лайыҡлы булған һәр эшсегә бер бот ярым он, берешәр комплект эске кейем һәм бер пар ботинка бирелә[1].
Түш билдәләре ҡаралған булмаһа ла, ҡайһы бер наркоматтарҙа һәм предприятиеларҙа улар индерелә.
Ярославль губерна профсоюздар Советы тарафынан бирелгән Маҡтау грамотаһы бланкы тексы (1921 йыл):
|
СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты һәм Халыҡ комиссарҙары советының 1927 йылдың 27 июлендәге ҡарарына ярашлы[2] "Хеҙмәт Геройы"исеме булдырыла. Исем "етештереү, ғилми эшмәкәрлек, йәмәғәт йәки дәүләт хеҙмәте өлкәһендә айырым ҡаҙаныштарға эйә, 35 йылдан кәм булмаған стажлы эшселәр йәки хеҙмәткәрҙәргә (айырым осраҡтарҙа— кәмерәк хеҙмәт стажы менән дә) бирелә, ҡарар РККА хәрби хеҙмәткәрҙәренә лә тарала. Исем СССР Үҙәк Башҡарма комитеты Президиумы йәки союздаш республикаларҙың Үҙәк Башҡарма комитеттары тарафынан бирелә; Хеҙмәт Геройҙарына Үҙәк Башҡарма комитеты грамотаһы (ЦИК) тапшырыла.
1938 йылдың 27 декабрендә «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме булдырылғандан һуң рәсми рәүештә СССР Юғары Советы тарафынан1988 йылдың 21 июлендә генә бөтөрөлөүгә ҡарамаҫтан, Хеҙмәт Геройы исеме башҡа бирелмәй[4].
Барлығы 1928—1938 йылдарҙа РСФСР-ҙа Хеҙмәт Геройы исеменә 1014 кеше лайыҡ була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.