Хемниц
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хе́мниц[13], Ке́мниц[14] (нем. Chemnitz [ˈkʰɛmnɪʦ] , үр.-луж. Kamjenica; 1953 йылдан 1990 йылға тиклем — Карл-Маркс-Штадт (нем. Karl-Marx-Stadt)) — Германиялағы, Саксония федераль ерендәге ҡала. Хемниц округы үҙәге. Рәсми коды — 14 5 11.
2015 йылда халыҡ иҫәбе 248 645 кеше була[15].
Хемниц Цвиккауэр-Мульде йылғаһы ҡушылдығы Кемниц йылғаһы исеменән килеп сыҡҡан. Сhemnitz лужицк сербтары телендә «ташлы инеш» тигәнде аңлата. Чех телендә ҡала Saská Kamenice булараҡ билдәле, йәғни «Саксония Каменецы».
XII быуатта император Лотарь II Кемниц (Каменица) йылғаһы кисеүе эргәһендә ҡалаға нигеҙ һала. Ул үҙ атамаһын ташлы йылға булыуынан ала, һуңынан йылға атамаһы ҡалаға исем бирә.
1308 йылға тиклем Хемниц империя ҡалаһы була. Урта быуаттарҙа ул, бигерәк тә XIV быуатта туҡымаларҙы ағартыу өҫтөнлөгө бирелеүе арҡаһында, иҡтисад үҙәгенә әйләнә.
1531 йылдан Хемницта билдәле немец ғалимы, минералогияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Георгий Агрикола йәшәй. 1546 йылда курфюрст Мориц Агриколаны Хемниц бургомистры итеп ҡуя, артабан был бер йыллыҡ вазифаға ул 1547, 1551 һәм 1553 йылдарҙа һайлана. Был бик үҙенсәлекле була, сөнки Агрикола — католиком, ә ул ваҡытта Саксония халҡының күпселеген протестанттар тәшкил итә. Агрикола 1555 йылдың 21 ноябрендә Хемницта вафат була. Ҡала халҡы католикты ерләүҙән баш тартҡас, уны Хемництан 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Цайцҡа алып киләләр.
XVIII быуат һуңында Хемниц Германия сәнәғәтенең иң эре үҙәктәренең береһенә әйләнә. Халыҡ һаны үҫешә, ә ҡала «Саксония Манчестеры» һәм «ҡоромло Кемниц» ҡушаматтарын ала.
Хемницта халыҡтың иң күп һаны 1930 йылға тура килә һәм 360 мең кешегә етә.
Икенсе Бөтә донъя һуғышы йылдарында ҡала Британия-Америка авиацияһы утына тотола. 1945 йылдың 5 мартындағы бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә ул ныҡ емерелә.
ГДР хөкүмәтенең 1953 йылдың 10 майындағы ҡарарына ярашлы ҡала Карл Маркс хөрмәтенә Карл-Маркс-Штадт (нем. Karl-Marx-Stadt) тип үҙгәртелә. 1990 йылдың 23 апрелендә халыҡтың 76 проценты ҡалаға элекке атамаһын кире ҡайтарыу өсөн тауыш бирә. 1990 йылдың 1 июненән ул ҡабаттан Хемниц исемен йөрөтә.
Германия берләшкәндән һуң ҡалалағы эре предприятиелар ябылғас, Хемництан халыҡ күпләп ситкә китә, һөҙөмтәлә 2000 йылда халыҡ һаны 1990 йыл менән сағыштырғанда 20 проценттан күберәккә кәмей. Әле лә халыҡ һаны кәмеүе дауам итә, әммә уның темптары әкеренәйә.
1990 йылдар урталарында ҡаланың үҙәге үҙгәртеп ҡорола башлай. Ратуша бинаһы эргәһендә бик күп магазиндар барлыҡҡа килә.
2007 йылдан «Кемниц — заманса ҡала» (Stadt der Moderne) ҡаланың рәсми лозунгы булып тора.
Ҡалала драма һәм опера театрҙары, ҡурсаҡ театры, бәләкәй формалағы бер нисә театр, концерт залы бар. Музейҙар бик күп, шул иҫәптән:
Хемницта ҙур булмаған зоопарк бар.
Хемництың иң мөһим иҫтәлекле урындарының береһе — совет скульпторы Кербель Лев Ефимович эшләгән Карл Маркс һәйкәле. 6 метрлыҡ бронза бюст 1971 йылда ҡуйыла. Ул, Рашмор тауынан эшләнгән Америка президенттарының гигант баштарын иҫәпләмәгәндә, Улан-Удэлағы Ленин башынан ҡала, донъялағы иң ҙур баш бюсының икенсеһе.
Ҡаланың икенсе символы булып Ҡыҙыл башня тора, уның беренсе ҡаттары XII быуат һуңында — XIII быуат башында һалына. XII быуатта башня торлаҡ була, һуңынан ҡала нығытмаларының бер өлөшөнә әйләнә. Артабан башняла суд һәм ҡала төрмәһе урынлаша.
Архитектура күҙлегенән ҡарағанда, ҡаланың грюндер дәүере стилендә төҙөлгән Касберг районы ҡыҙыҡлы.
1996 йылдан ҡалала халыҡ-ара «Schlingel»[de] балалар һәм үҫмерҙәр кинофестивале үткәрелә.
Ҡалала Гартмандың машиналар эшләү заводы эшләй, ул паровоздарҙың төрлө серияһын, атап әйткәндә XII H2 паровозын сығара, һәм микроавтобустар, Barkas B1000 моделендәге фургондар, шулай уҡ еңел йөк машиналары етештереүсе VEB автозаводы бар.
Әлеге ваҡытта ҡалала металл эшкәртеү, автоматлаштырыу системалары етештереү һ.б. менән шөғөлләнеүсе сәнәғәт предприятиелары бар. Уларҙың ин эреһе — Volkswagen компанияһының автомобилдәр двигателе заводы. 2013 йылда унда 1500 кеше эшләй.
Совет йылдарында Иркутск һәм Карл-Маркс-Штадт ҡалалары туғандаш була. Иркутскиҙа 1999 йылға тиклем бер проспект Карл-Маркс-Штадт тип аталып йөрөтөлһә (хәҙер — маршал Жуков проспекты), Хемницта Иркутск урамы һәм Волгоград аллеяһы бар [16].
Әлеге ваҡытта Хемниц менән туғандаш ҡалалар[17]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.