Харинги
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лондондың Харинга бороһы (ингл. Borough Haringey of London, hærɪŋɡeɪ ) — Лондондың 32 бороһының береһе, тарихи Мидлсекс графлығына ҡарай. Майҙаны — 29,59 км². Халҡы 255 500 кеше (2011 йылға ҡарата), халыҡ тығыҙлығы бер квадрат километрға 8600 кеше тәшкил итә.
Район 1965 йылдын 1 апрелендә Хорнси, Вуд-Грин һәм Тоттенем райондарын берләштереүҙән барлыҡҡа килгән[5].
2011 йылда халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Харринг бороһында халыҡ 255 500 кеше тәшкил итә, шуларҙың 20,3 % — балалар (15 йәшкә тиклем), 69,2 проценты — эшкә яраҡлы йәштәге кешеләр(16 йәштән алып 64 йылдың йәшкә тиклем) һәм 10,5 %- оло йәштәге кеше (64 йәштән олораҡтар). Тоттенемда «Литтл Раша» (ингл. Little Russia) районы бар, унда, нигеҙҙә, рус иммигранттары йәшәй[6][7].
2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төп этник төркөмдәр[8]:
60,5 % — аҡ тәнлеләр, шул иҫәптән 34,7%-ы — аҡ британдар, 2,7 проценты — аҡ ирландтар, 0,1 — сәйәхәтсе ирландтар һәм 23,0 % — башҡа аҡ тәнлеләр (гректар һәм грек-киприоттар, поляк, урыҫтар, йәһүдтәр, итальяндар, португалдар, албандар, болғар, американдар);
4,8 % — Көньяҡ Азиянан сыҡҡандар, шул иҫәптән 2,3 % — индустар, 1,7 % — бенгалдар һәм 0,8 % — пакистандар;
1,5 проценты — ҡытайҙар;
3,2 % — башҡа азиаттар (төрөктәр, төрөк-киприоттар, афғандар, курдтар, ливандар, ираҡтар, тай, малайзиялылар);
18,7 % — ҡара тәнле, шул иҫәптән 9,0 % — ҡара африкалылар (сомалийҙар, конголездар, гандар), 7,1 % — ҡара кариблылар (ямайлылар, барбадостар, тринидадтар) һәм 2,6 % — башҡа ҡара тәнлеләр;
0,9 % — ғәрәптәр;
6,5 % — метистар, шул иҫәптән 1,9 % — аҡ тәнлеләр менән ҡатнаш ҡара карибтар, 1,5 % — аҡ тәнлеләр менән ҡатнаш азиаттар, 1,0 % — аҡ тәнлеләр менән ҡатнаш ҡара африкалылар һәм 2,1 % — башҡа метистар;
3,9 % — башҡалар (колумбийҙар, эквадорҙар, боливийҙар, алжирҙар).
Дин буйынса Харринг бороһы статистика мәғлүмәттәре (2011 йылға ҡарата)[9]:
Харринги территорияһы буйынса Лондон метрополитены линияһы һәм Лондон ер өҫтө (надземка) линияһы үтә.
Районда [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D0%BE%D1%82%D1%82%D0%B5%D0%BD%D1%85%D1%8D%D0%BC_%D0%A5%D0%BE%D1%82%D1%81%D0%BF%D1%83%D1%80 Тоттенхэм Хотспур] футбол клубы бар, ул Премьер-лигала сығыш яһай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.