Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сикхи́зм (пандж. ਸਿੱਖੀ, «сикхӣ», «дауам итеүсе, уҡыусы») — монотеистик дин, Пенджабта гуру (дин әһеле) Нанак (1469—1539) тарафынан нигеҙләнә.
Изге Китаптары — «Гуру Грантх Сахиб».
Донъяла 22 миллиондан ашыу сикх һанала. Эйәреүселәре һаны буйынса сикхизм дине донъяла һигеҙенсе урында[1].
Сикхизм дини йүнәлеш булараҡ Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостанда XVI быуаттың башында килеп сыҡҡан. Нигеҙ һалыусыһы гуру Нанак 1469 йылда Райбхол-ди-Тальванди (хәҙерге ваҡытта Нанкана-Сахиб, Лахор округы, Пакистан Пенджабы) ҡалаһында тыуған.
Гуру Нанак күп сәйәхәт ҡылған, теүәл һаны билдәһеҙ булһа ла, әммә танылғандары:
Күп йылдар буйы дин таратып, донъя ғиҙеп[3], гуру Нанак «дин йортон» Картапурҙа (Пенджаб)[4] ойоштора, сикх общинаһы ла унда килеп сыға[3]. Ныҡ ойошҡан сикх общинаһы ваҡыт үтеү менән үҙ аллы төркөмгә әйләнә, идеологияһы, ҡанундары, башлыҡтары була.
Сикхизм — индуизм һәм ислам араһында килеп сыҡҡан, башҡа диндәргә оҡшмаған һәм күсәгилешлелекте танымай.
Сикхтар Берҙәм Аллаға ышана, ул сикһеҙ ҡеүәтле, уның ысын исеме билдәһеҙ.
Алла ике яҡтан ҡарала — Ниргун (Абсолют) һәм Саргун (һәр кеше эсендәге шәхси алла). Булдырыуға тиклем алла Абсолют булған, һуңынан үҙен сағылдыра. Тыуҙырыуға тиклем ожмах, тамуҡ, өс донъя ла булмаған, тик формаһыҙ ғына. Алла үҙен кәүҙәләндерегә булғас (Саргун булараҡ), тәүҙә исемен, һуңынан тәбиғәтен таба.
Аллаға табыныу ысулы булып медитация тора. Башҡа аллалар, шайтандар, йәндәр табыныуға лайыҡлы түгел.
Кеше менән үлемдән һуң нимә булырын икенселәй күрә: ожмах та, тамуҡ та юҡ, гонаһ, сауап, яңы тыуыуҙар тураһындағы төшөнсәләр дөрөҫ түгел[5]. Үлемдән һуң кеше йәне бер ҡайҙа ла булмай, Тәбиғәттә иҙелә һәм Аллаға кәйләнеп ҡайта, бар асыл кеүек һаҡлана, юғалмай.
Сикхтар һөйөү һәм Ерҙә йәшәүселәргә ҡарата туғанлыҡ хистәрен тойоуға әйҙәй.
Дини сикхтарға яҡшы кеше булырға, иман һәм һөйөүҙе эҙләп, таратырға, ынтылыштарында ирекле булыу, башҡаларҙың азатлығын хөрмәт итеү ҡушыла. Мәрхәмәтлеккә берәү ҙә көсләмәй. Ихлас һәм яҡшы эштәр үҙҙәре барлыҡҡа килә, хоҙай тарафынан бүләк ителә. Һөйөүҙе көндәлек тормошта белдерер кәрәк, шунда алланың тәбиғәте сағыла. Сикхтар яҡшы мөнәсәбәттә, ҡыуаныста, өмөтләнеп йәшәргә тейеш.
Доғаларында сикхтар хужаһы булған эт тормошон һорай, сөнки уны ҡараған кеше бар, шуға хеҙмәт итә.
Һәр бер кешелә алла бар, рухи үҫешкә юл асыҡ.
Сикхтарҙа биш боҙоҡлоҡ (гонаһ): нәфселек, асыу, ҡомһоҙлоҡ, башҡа кеше ихтыярына буйһоноу, мин-минлек. Биш яҡшы сифат: намыҫлылыҡ, шәфҡәтлелек, уртасалыҡ, баҫалҡылыҡ, мөхәббәт.
Гуру Нанак Дев сикхтарға йолаларҙың файҙаһы юҡ, тип өйрәткән[6]. Әммә һуңынан, дингә ылығыусылар күбәйеү сәбәпле, ғәҙәт һәм йолалар барлыҡҡа килә.
Һәр сикх «Амрит» сикхтар сафына инеү йолаһын үтә. Иртәнге һәм киске доғалар ике сәғәт ваҡытты ала. Иманлы сикхтарға көндө, аллаға бағышлап, медитациянан башлау зарур. Сикхизмға зат, сығыш, милләткә ҡарамай бар кеше инә ала. Сикхтар үҙендә (янында) биш әйберҙе һаҡларға тейеш (биш К):
Бар малайҙарға тыуғас та Сингх, ҡыҙҙарға — Каур[7] атаһының исеме бирелгән. Сикхтар өйләнешкәндә, anand kāraj йолаһын үтә. Сикхтар билдәле йәштән өйләнә ала, буласаҡ иптәшенең кастаһы, сығышы мөһим түгел. Никахты тарҡатыу тыйыла.
Сикхтарҙың ерләү йолаһы — мәйет яндырыу (кремация). Яндырғандан һуң, көлдө йылғаға йәки каналға ташлайҙар. Үлгәндәргә һәйкәл төҙөмәйҙәр. Үлемдән һуң йән аллаға кире ҡайта һәм уның менән берләшә.
1716—1799 йылдарҙа сикхтарҙың үҙ дәүләте — Сикх конфедерацияһы булған. Дәүләт мисалдарға бүленгән, уларҙың дөйөм һаны 12 еткән (70 мең атлы ғәскәр).
Бөйөк Моголдар империяһының XVIII быуат башында тарҡалыу сәбәпле сикхтар дәүләте барлыҡҡа килә. Пенджаб сикхтары Моголдар власына ҡаршы сығып, уңыш ҡаҙаналар. Сикхтар империяһы иң ҙур сағында үҙ эсенә:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.