From Wikipedia, the free encyclopedia
Хан (төркисә — ҡан; монг. хаан — хаким, батша) — төркисә-монголса юғары дәрәжә[1].
Тәүге осор ырыу башлыҡтарын хан тип атаған булғандар[2]. Монгол империяһы тарҡалғандан һуң хан — батша дәрәжәһе, Осман империяһында — солтан дәрәжәһе. Иранда Сәфәүиҙәр осоронда хан — өлкә хакимы, шулай уҡ хәрби-феодаль аҡһөйәктәр даирәһендәге дәрәжә. Ҡайһы бер илдәрҙә, төбәктәрҙә — шул иҫәптән, башҡорттарҙа — хан титулын Сыңғыҙхандың атай яғынан вариҫы — Сыңғыҙиҙар ғына ала алған.
Беренсе тапҡыр ҡытай сығанаҡтарында Үҙәк Азия ырыуы сяньбигә ҡағылышлы телгә алына (III быуат). Жужань ҡағанатында башлап хан һәм ҡаған (хандар ханы) атамаһы хунну дала күскенселәрендәге шаньюй атамаһын алмаштыра.
1812 йылда Кесе йөҙҙә Айшуаҡ хан улы Ширғәзиҙе хан итеп һайлайҙар. Был осорға ханлыҡ хәҙерге өлкә рәүешенә ингән була инде. Шуға күрә Император ғали йәнәпптәре тәғәйенләгән Ырымбур губернаторы Волконский Григорий Семёнович хан һайлау көнөн билдәләй һәм хандың үҙенә лә, ҡырғыҙ аҡһөйәктәренә лә 23 августа хан һайлау була тип хәбәр ебәрә һәм Яйыҡ йылғаһының һул ярына халыҡ менән килергә ҡуша.
Хан менән хәрби губернатор тантанаға килеүенә ғәскәр килеп тора: 200 ырымбур казагы, бер полк типтәр, 300 башҡорт, гарнизон полк пехотаһы һәм артиллерия ротаһы була.
Хәрби губернатор, килеп етеү менән ҡалҡыуға менеп баҫып, батшаның Ширғәзиҙе раҫлатыуға бөйөк фарманын белдерә һәм император грамотаһын урыҫ телендә һәм төркисә уҡырға бойора.
Хан келәмгә тубыҡланып Рәсәйгә тоғро булырға ант итә. Аҙағында ул Ҡөрьәнде, үбеп, баш өҫтөнә күтәрә, аяғүрә баҫып, ант һүҙҙәре яҙылған ҡағыҙ битенә раҫлаусы мисәтен ҡуя.
Шунан һуң сафта торған артиллерия ҡоралдарынан 21 тапҡыр һәм ҡәлғә орудиеларынан 11 тапҡыр атыу яңғырай; мылтыҡтарҙан йүгерек ут һибелә, барабандар туҡылдай һәм яңынан музыка уйнай. Шул ваҡытта ханға батша һарайынан ебәрелгән бай парча менән көпләнгән кеш тун, бүрек кейҙерелә һәм уның исеме яҙылған ҡылыс бүләк ителә. Башына бүректе генерал-майор, тунды — полковник кейҙерә, ә ҡылысты подполковник ҡулына тоттора. Шунан, хәрби губернатор уға хан дәрәжәһенә эйә булыу тураһындағы император грамотаһын, үбеп, баш өҫтөнә күтәрә.
Башта барыһы ла таралыша, әммә сәғәт 4 тирәһендә хәрби губернатор ханды һәм уның ярандарын төшкө ашҡа саҡыра. Эскә үтеү менән, музыка уйнай, императорҙың фамилияһы яңғырауға уның сәләмәтлеге өсөн эсәләр; төштән һуң бал ойошторола.
Байрам тантаналары ике яҡҡа күсеп йөрөп бүләкләшеүҙәр, һыйлашыуҙар менән дауам итә[6].
Бөтә ҡырғыҙ юғары ҡатламы Ҡоролтайға саҡырыла. Күрше дәүләттәрҙең илселәре һәм ҡәбиләлә бейҙәре килә:
Ҡоролтайҙа яңы һайланған монархҡа таж кейҙерелгән. Боронғо йола үтәп, ханды аҡ кейеҙгә ултыраталар, «Ай-Туяҡ»ҡа аҡ бейәне һуялар. Таж урынына башына өҫкө яғы ҡыҙыл манапа түбәтәй кейҙерәләр. Сарыбағыш ырыуынан Ормон хан Ҡырғыҙ ханлығының беренсе һәм һуңғы ханы булған[7]. Ормон ханды язалағандан һуң ҡырғыҙ ханлығы тарҡалған[8].
Башҡорт Википедияһында башҡорт хандары тураһында мәҡәләләр:
Хан һайларға дүрт атаҡлы ырыуҙың (Аргын, Ҡыпсаҡ, Ширин һәм Барын) бейҙәре ҡоролтайға йыйыла һәм кемде хан итеп ҡуйыу тураһында кәңәшләшә. Яңы һайланған ханды аҡ кейеҙгә баҫтырып күтәрәләр, шунан уның өҫтөндә Ҡөрьән сүрәләре уҡыйҙар ҙа тантаналы рәүештә тәхеткә ултырталар. Ханлыҡҡа Сыңғыҙхан тоҡомон ғына, атап әйткәндә, гәрәйҙәрҙән генә һайлай алғандар. Был заттар араһында, үҙ сиратында, шундай тәртип була: ханлыҡҡа башта идара иткән хандың энеләре һәм унан һуң ғына хан улдары өҫтөнлөклө кандидаттар булып һаналалар. 1478 йылда Төркиә ҡулы аҫтына кергәндән һуң, бейҙар тарафынан һайлап алынған кандидатураны солтан раҫларға тейеш була. Әкренләп Ҡырым хакимын билдәләүҙә хәл иткес һүҙ солтандарға күсә һәм XVIII быуаттан хан һайлау формаллеккә әүерелә[9].
Себер ханлығында, бигерәк тә һуңғы йылдары дәүерендә, властҡа Тайбуғиҙар һәм Шибаниҙар ынтылған (улар Сыңғыҙлыларға ҡарамаған һәм хан дәрәжеһенә хоҡуҡтары булмаған). Ошо оятһыҙҙар еңеүгә өлгәшкән өлгәшеүен, ләкин оҙаҡҡа түгел, сөнки рус регуляр армияһы баҫымы аҫтында властан яҙалар. Күсемиҙәр күскенсе халыҡтар ярҙамы менән тағы яҡынса 200 йыл дауамында урында хаким булырға ынтылып ҡараған, әммә яйлап тарих сәхнәһенән бөтөнләй юғалған. Күсем ғаиләһенең бер өлөшө әсилеккә алына һәм Рәсәй империяһында 1718 йылға тиклем дәрәжәһен һаҡлап ҡалған. Пётр I бптшаның Йәшерен канцелярияһы Себер династияһы вәкилдәре батша-кенәз улы тигән хоҡуҡтан яҙҙырылған, улар өсөн кенәз дәрәжәһе генә һаҡланған. 1917 йылғы Октябрь социалистик революцияһы был бойороҡто юридик яҡтан әһәмиәтһеҙ тип билдәләй. Күсем хандың Иранда һәм Рәсәйҙә йәшәүсе тоҡомдары хан итеп һайланыу рәсми хоҡуғына эйә. Ҡырым ханлығындағы кеүек, дүрт ырыу — арғын, Ҡыпсаҡ, ширин һәм барын — ҡоролтайының ҡарары етә.
Ҡасим ханлығы Мәскәүҙән вассал бойондороҡло булған. Сыңғыҙлылар затынан булған хандарҙы унда Мәскәү батшаһы ҡуйған. Шулай уҡ Ҡазан, Ҡырым, Ҡаҙаҡ, Оло Урҙа һәм Себер династиялары вәкилдәрен дә тәғәйенләгәндәр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.