олимпия хәрәкәтен координациялаусы халыҡ-ара ойошма From Wikipedia, the free encyclopedia
Халыҡ-ара олимпия комитеты ( рус. Международный олимпийский комитет, ҡыҫҡ. МОК, франц. Comité international olympique, ингл. International Olympic Committee) — Олимпия уйындарын тергеҙеү һәм олимпия хәрәкәтен пропагандалау өсөн ойошторолған халыҡ-ара ойошма. Комитеттың штаб-фатиры Лозаннала (Швейцария) урынлашҡан.
Халыҡ-ара олимпия комитеты 1894 йылдың 23 июнендә Парижда барон Пьер де Кубертен башланғысы менән ойошторола. Грек Деметриус Викелас Халыҡ-ара олимпия комитетының беренсе президенты була[11].
Йыл һайын 23 июндә Халыҡ-ара Олимпия көнө билдәләнә.
Халыҡ-ара олимпия комитеты, Олимпия хартияһына ярашлы, олимпия хәрәкәтенә һәм Олимпия уйындарының үҫешенә етәкселек итә. Халыҡ-ара олимпия комитеты спортты үҫтереүҙе, спорт ярыштары үткәреүҙе дәртләндерә, Олимпия уйындарының даими үтеп тороуын тәьмин итә.
Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарына бөтә хоҡуҡтарға эйә. Шул уҡ ваҡытта Олимпия уйындарын үткәреү буйынса эшмәкәрлекте Халыҡ-ара олимпия комитеты түгел, ә уйындар үтә торған илдә булдырылған Ойоштороу комитеты атҡара.
Халыҡ-ара олимпия комитеты һәр төрлө шәхси сығанаҡтарҙан финанслана. Средстволарҙың күп өлөшө телевизион компанияларҙан һәм бағыусыларҙан килә. Ошо партнерҙар арҡаһында Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарын үткәреүгә, милли олимпия комитеттарының һәм халыҡ-ара спорт делегацияларының эшмәкәрлегенә тос ҡына ярҙам күрһәтә ала.
2010 йыл башына ҡарата Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарын трансляциялауға хоҡуҡтарҙы һатыуҙан (бөтә күләмдең 53 проценты), бағыусыларҙан (34 процент), билеттар һатыуҙан (11 процент) һәм лицензиялар биреүҙән (2 процент) килем ала. Халыҡ-ара олимпия комитетының кереме 2008 йылда $2,4 млрд тәшкил итә.
Халыҡ-ара олимпия комитеты вәкәләттәре уның органдары тарафынан атҡарыла, был органдар:
Сессия Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының дөйөм йыйылышы рәүешендә үткәрелә. Сессия — Халыҡ-ара олимпия комитетының юғары органы, уның ҡарарҙары ҡайтанан ҡаралмай.
Халыҡ-ара олимпия комитетының сираттан тыш сессияһы Президент тарафынан йә Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының кәм тигәндә өстән бер өлөшөнөң яҙма талабы буйынса үткәрелә ала.
Сессия түбәндәге вәкәләттәргә эйә:
Сессияла Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының яртыһы плюс бер тауыш кәрәкле кворумды булдыра. Сессияның ҡарарҙары тауыштарҙың ябай күпселеге менән ҡабул ителә; ләкин Олимпизмдың нигеҙ принциптарына, Олимпия хартияһының ҡағиҙәләренә йәки Олимпия хартияһына ингән башҡа положениеларға үҙгәрештәр индереү өсөн тауыштарҙың өстән ике өлөшө кәрәк. Халыҡ-ара олимпия комитетының һәр ағзаһы бер тауышҡа эйә. Тауыштарҙы һанағанда тауыш биреүҙән тотҡарланып тороусыларҙың тауышы, шулай уҡ буш йә боҙолған бюллетендәр иҫәпкә алынмай. Ышаныс ҡағыҙы буйынса тауыш биреү рөхсәт ителмәй. Йәшерен тауыш биреү был Олимпия хартияһында ҡаралған осраҡтарҙа, йә рәйестең ҡарары буйынса, йә Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының сессияла ҡатнашҡан ағзаларының кәм тигәндә сирегенең үтенесе буйынса үткәрелә. Тауыштар һаны тигеҙ булғанда хәл иткес ҡарарҙы рәйес сығара.
Халыҡ-ара олимпия комитетында физик шәхестәр ағза булып тора, уларҙың һаны 115-тән артмай, шуларҙың 70-е ниндәй ҙә булһа вазифа йә эшмәкәрлеккә бәйле түгел, 15 ағза — ғәмәлдәге спортсы, 15 ағза — халыҡ-ара спорт федерациялары йә уларҙың ассоциациялары вәкиле, тағы 15 ағза милли олимпия комитеттарының йә уларҙың ассоциацияларының вәкиле булып тора. Оҙаҡ ваҡыт Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары итеп гел ирҙәр һайлана, ҡатын-ҡыҙҙар Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы итеп тәүге тапҡыр тик 1981 йылда ғына һайлана[12].
Милли олимпия комитеттары Халыҡ-ара олимпия комитеты таныуы нигеҙендә эш итә.
2016 йыл башына ҡарата Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан танылған 206 милли олимпия комитеты бар.
Уларҙың 193-ө Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы булған дәүләттәрҙеке, ә тағы 13-ө (Америка Самоаһы, Аруба, Бермуд утрауҙары, Британия Виргин утрауҙары, Виргин Утрауҙары (АҠШ), Гонконг, Гуам, Кайман Утрауҙары, Кук утрауҙары, Фәләстин Дәүләте, Пуэрто-Рико, Косово Республикаһы, Ҡытай Тайбэйы) төрлө статуслы территорияларҙан вәкиллекте тормошҡа ашыра.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан танылған бөтә дәүләттәрҙең милли олимпия комитеттары Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан да танылған. Милли олимпия комитеттарының һәр береһе үҙ ҡитғаһындағы континенталь олимпия ассоциацияһына буйһона:
Вазифа | Исем-шәрифе | Ил |
---|---|---|
Президент | Томас Бах | Германия |
Вице-президент | Нәүәл әл-Мөтәүәкил | Марокко |
Вице-президент | Крейг Риди | Бөйөк Британия |
Вице-президент | Джон Коутс | Австралия |
Вице-президент | Цайцин Ю | КНР |
Генераль директор | Кристоф де Кеппер | Бельгия |
Ағза | Ву Чин-куо | Ҡытай Республикаһы |
Ағза | Рене Фазель | Швейцария |
Ағза | Хики Патрик | Ирландия |
Ағза | Бокель Клаудиа | Германия |
Ағза | Самаранч Хуан Антонио (кесе) | Испания |
Ағза | Бубка Сергей Назарович | Украина |
Ағза | Лухан Вили Калтшмитт | Гватемала |
Ағза | Дефранц Анита | АҠШ |
Ағза | Эрденер Угур | Төркиә |
Ағза | Линдберг Гунилла | Швеция |
2015 йылдың 23 июненә ҡарата
Комиссия/комитет | Инглизсә атамаһы | Ойошторолоу йылы | Рәйесе |
---|---|---|---|
Башҡарма комитет | IOC Executive Board | 1921 | Томас Бах |
Спортсылар комиссияһы | Athletes’ Commission | 1981 | Клаудия Бокель |
Спортсыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре комиссияһы[13] | Athletes’ Entourage Commission | Сергей Бубка | |
Аудит комитеты | Audit Committee | Пьер-Оливье Бекерс-Вьёжан | |
Коммуникациялар буйынса комиссия | Communications Commission | Камил Эйрлингс | |
Пхёнчхан-2018-ҙең координация комиссияһы | Coordination Commission For PyeongChang 2018 | Гунилла Линдберг | |
Токио-2020-нең координация комиссияһы | Coordination Commission For Tokyo 2020 | Джон Коатс | |
Буэнос-Айрес-2018-ҙең координация комиссияһы | Coordination Commission YOG Buenos Aires 2018 | Фрэнк Фредерикс | |
Мәҙәниәт һәм олимпия мираҫы буйынса комиссия[14] | Culture and Olympic Heritage Commission | Ламбис Николау | |
Delegate Members | Delegate Members | Патрик Хики | |
Этика комиссияһы | Ethics Commission | 1999 | Юссуфа Ндиай |
ЮОИ-2020-нең баһалау комиссияһы | Evaluation Commission YOG 2020 | Ян Ян (A) | |
ЗОИ-2022-нең баһалау комиссияһы | Evaluation Commission Olympic Winter Games 2022 | Александр Жуков | |
Финанс комиссияһы | Finance Commission | Ын Сер Мианг | |
Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларын һайлау комиссияһы[15] | IOC Members Election Commission | Принцесса Анна | |
ВАДА башҡарма комитетында һәм Ойоштороусылар советында Халыҡ-ара олимпия комитеты вәкилдәре | IOC Representatives on the WADA Executive Committee and Foundation Board | Крэйг Риди | |
Хоҡуҡ эштәре буйынса комиссия[16] | Legal Affairs | Джон Коатс | |
Маркетинг буйынса комиссия | Marketing Commission | Цунэкадзу Такэда | |
Медицина һәм фән буйынса комиссия[17] | Medical And Scientific Commission | Угур Эрденер | |
Олимпия белеме биреү буйынса комиссия[18] | Olympic Education Commission | Филип Крэйвен | |
Олимпия программаһы буйынса комиссия | Olympic Programme Commission | Франко Карраро | |
Олимпия теләктәшлеге буйынса комиссия | Olympic Solidarity Commission | 1981 | Ахмед аль-Фахад ас-Сабах |
Йәмәғәтселек менән бәйләнештәр һәм спорт аша социаль үҫеш комиссияһы[19] | Public Affairs And Social Social Development Through Sport | Марио Песканте | |
«Спорт һәм әүҙем йәмғиәт» комиссияһы[20] | Sport And Active Society Commission | 1983 | Сэм Рамсами |
«Үҫеш һәм мираҫ» комиссияһы[21] | Sustainability and Legacy Commission | 1995 | Альбер II |
«Ҡатын-ҡыҙҙар спортта» комиссияһы[22] | Women In Sport Commission | 2004 | Лидия Нсекера |
Олимпия каналы | Olympic Channel | Лэрри Пробст | |
Olympic Channel Services S.A. (Швейцария) | Olympic Channel Services S.A. | Томас Бах | |
Olympic Broadcasting Services S.A. (Швейцария) | Olympic Broadcasting Services S.A. | Ричард Паунд |
Халыҡ-ара олимпия комитетының бөтә президенттары, Брендедждан башҡалары, европалы була.
Президенттар | Ил | Президентлыҡ йылдары | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|
Деметриус Викелас | Греция | 1894—1896 | |
Барон Пьер де Кубертен | Франция | 1896—1916 һәм 1919—1925 | 1925—1937 йылдарҙа Халыҡ-ара олимпия комитетының Почётлы Президенты |
Барон Годфруа де Блоне | Швейцария | 1916—1919 (вазифа башҡ.) | |
Граф Анри де Байе-Латур | Бельгия | 1925—1942 | |
Зигфрид Эдстрём | Швеция | 1946—1952 (вазифа башҡ. 1942—1946) | |
Эвери Брендедж | АҠШ | 1952—1972 | Халыҡ-ара олимпия комитетының элек Олимпия уйындарында спортсы булараҡ ҡатнашҡан тәүге президенты |
Лорд Майкл Моррис, 3-сө барон Килланин | Ирландия | 1972—1980 | |
Маркиз Хуан Антонио Самаранч | Испания | 1980—2001 | 2001—2010 йылдарҙа Халыҡ-ара олимпия комитетының Почётлы Президенты |
Граф Жак Рогге | Бельгия | 2001—2013 | Халыҡ-ара олимпия комитетының элек Олимпия уйындарында спортсы булараҡ бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан тәүге президенты (1968, 1972 һәм 1976). 2013 йылдан Почётлы Президент |
Томас Бах[23] | Германия | 2013 йылдан | Халыҡ-ара олимпия комитетының элек Олимпия чемпионы булған тәүге президенты (1976, фехтование) |
{{https://www.nflreddit.net/ 2024 Olympics}} 2024 Olympics 2020 йыл 12 октябрь архивланған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.