From Wikipedia, the free encyclopedia
Уҫы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Уҫы ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Уҫы татар. Усы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Уҫы |
Координаталар | |
Халҡы |
308 человек (2010) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423739 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Ауыл Уҫы йылғаһы (Бәжәнә бассейны) буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Уҫы — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVIII быуаттың беренсе яртыһында нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә.
ХХ быуат башында мәсет һәм уның ҡарамағында мәктәп (1858 йылда асылған), 2 һыу тирмәне, тимерлек, бакалея кибете, икмәк магазины теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
1795 йылда ир енесле 218 башҡорт, 48 типтәр; 1848 йылда — 339 башҡорт, 293 типтәр; 1870 йылда — 756 башҡорт; 1902 йылда — 592 аҫаба башҡорт һәм хәрби званиелы керҙәштәр йәшәй. Керҙәш башҡорттар сығышы менән байлар ырыуынан[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
734 | 756 | 1033 | 1110 | 1249 | 1364 | 1235 | 866 | 897 | 622 | 545 | 628 | 542 | 364 | 344 | 308 |
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхна бар[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.