From Wikipedia, the free encyclopedia
Гри́вна, ҡайһы берҙә гри́вня (укр. гривня, IPA: /ˈɦrɪvnʲɑ/) — Украинаның милли валютаһы, көмөш ҡойолмаһы рәүешендәге аҡса берәмеге булған боронғо рус гривнаһы хөрмәтенә аталған.
Гривна (рус.) | |||||
---|---|---|---|---|---|
Гривня (укр.) | |||||
| |||||
Кодтар һәм и символдар | |||||
ISO 4217 кодтары | UAH (980) | ||||
Символы | Знак валюты UAH не найден | ||||
Әйләнеш территорияһы | |||||
Эмитент | Украина | ||||
Рәсми булмаған | Ҡырым Республикаһы, Ҡалып:Флаг Севастополя Севастополь (с 17 марта[1] по 31 мая[2] 2014) | ||||
Сығарылма һәм параллель берәмектәре | |||||
Бүленгән | тин (1⁄100) | ||||
Ҡулланыуҙа булған ваҡ аҡсалар һәм банкноталар | |||||
Ваҡ аҡсалар | 1, 2, 5, 10, 25 һәм 50 тин 1 гривна | ||||
Банкноталар | 1, 2, 5, 10, 20, 50, 100, 200 һәм 500 гривна | ||||
Тарих | |||||
Элек эшләүсе-валюта | карбованец (UAK) | ||||
Ваҡ аҡсалар һәм банкноталар етештереү | |||||
Эмиссион үҙәк | Украинаның Милли банкы | ||||
www.bank.gov.ua | |||||
Аҡса һуғыу йорто | Украина Милли банкының Банкнота-тәңкә етештереү йорто[a 1] | ||||
| |||||
Гривна Викимилектә |
Гривна 100 тингә (укр. копiйка) бүленә. Валютаның ISO 4217 стандартындағы хәрефле коды — UAH, һанлы коды — 980. Рәсми билдәһе — ₴.
«Гривна» һүҙе «грива» һүҙенән килеп сыҡҡан[3]. Тарихта ғәҙәттә түңәрәк алтын йәймәләрҙе тимер сымға беркетеп муйынға аҫып йөрөтөүҙән ғибәрәт булған алтын ял (гривень) йыш телгә алына. Был йәймәләр күп ваҡытта түләү сараһы итеп тотонолған.
Гривна атамаһы XI быуатта Киев Русы заманында уҡ ҡулланылған гривнанан килә. И. К. Кондратьев 1893 йылда былай тип яҙа:
Гривна Русты нигеҙләгән замандан уҡ билдәле һәм өс төрлө мәғәнәгә эйә була: айырыу билдәһе, ауырлыҡ үлсәме һәм тимер аҡса.
XIV быуатта Польшала Бөйөк Казимирҙың ҡануниәтендә шляхтичты үлтергән өсөн вира (штраф) — 60 гривна, ябай рыцарҙы үлтергәнгә — 30 гривна һәм һуңғы категория рыцарь өсөн 15 гривна күләмендә билдәләнә[4].
Яңы валютаны индергәс, һүҙ яңырыу кисерә, әйтелеше лә үҙгәрә.
Рәсәй белешмә-мәғлүмәт порталы «Грамота.ру» буйынса, украин аҡса берәмеге русса «гри́вна» тип яҙыла.[5] Башҡорт теленә лә был атама рус теленән алынған. Украинаның рәсми шәхестәре һәм ҡайһы бер граждандары фекеренсә, аҡса берәмеген русса (украинса кеүек үк) «гри́вня» тиеү дөрөҫөрәк булыр ине. Украина Конституцияһының Украина Юғары Радаһы сайтына урынлаштырылған руссаға тәржемәһендә 99-сы статьяла «гривня» тигән атама алынған.[6] Ләкин ҡулланылышта ике вариант та йөрөй.
Валюталарҙың дөйөм Рәсәй классификаторында украин валютаһы өсөн «Гривна» атамаһы алынған. [7]
Гривна — Киев Русының һәм башҡа славян ерҙәренең ауырлыҡ, аҡса-ауырлыҡ һәм аҡса-хисаплашыу берәмеге. Урта һәм Төньяҡ Европала ул «марка» тип йөрөтөлә. «Гривна» тигән һүҙ муйынға тағып йөрөй торған алтын йә көмөш ҡулса атамаһынан килеп сыҡҡан. Һуңғары был һүҙ, яңы мәғәнә алып, ҡиммәтле металдың ауырлығына тиң була башлай (көмөш гривнаһы — аҡса-ауырлыҡ үлсәү берәмеге). Тәңкәләр һанынан торған гривнаны куна гривнаһы (аҡса-хисаплау берәмеге) тип йөрөтә башлайҙар. Көмөш гривнаһы (ауырлыҡ үлсәме) һәм куна гривнаһы (хисап берәмеге) Киев Русында хисаплашыу-аҡса төшөнсәһе булып китә. Тәүҙә уларҙың ауырлығы бер төрлө була. Әммә аҙаҡ, ситтән ингән тәңкәләрҙең ауырлығы төрлө булғанлыҡтан, шулай уҡ ауырлыҡ берәмеге булараҡ гривнаның үҙенең эволюцияһы арҡаһында көмөш гривнаһы бер нисә куна гривнаһына тиң була башлай. XII быуатта көмөш гривнаһы (204 г самаһы) ҡиммәте буйынса 4 куна гривнаһына тигеҙ була (1 куна гривнаһы = 51 г самаһы).
XI быуатта куна гривнаһы = 20 ногат = 25 куна = 50 резан; XII быуатта куна гривнаһы = 20 ногат = 50 куна (куна бер быуат эсендә ике тапҡырға бәләкәйләнә). Боронғо Русь тәңкәләрен һуғыу һәм сит илдәр тәңкәләрен индереү туҡталғас, Руста төп аҡса әйләнеше формаһы рәүешендә «ваҡланмай торған» ҙур көмөш ҡойолмалары йөрөй башлай. Рус аҡса әйләнеше тарихының был осоро (XII, XIII һәм өлөшләтә XIV быуат) «тәңкәһеҙ осор» тип атала. Киев Русында XI быуатта алты мөйөшлө 140 —160 грамлы киев гривналары йөрөй, улар татар-монгол баҫҡынына тиклем хеҙмәт итә. Новгород гривналары айырыуса ҙур баһаға эйә була. Волга буйында татар гривналары ҡулланыла.
XIII быуатта новгород ҡойолмалары «гривна» менән бер рәттән «рубль» (һум) тип тә атала башлай. Был атама артабан гривнаны алмаштыра.[8]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.