From Wikipedia, the free encyclopedia
Төпкилде (рус. Тюпкильды) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 204 кеше була[2]. Сәйрән ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251845004.
Ауыл | |
Тюпкильды башҡ. Төпкилде | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452765 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Хәҙерге Туймазы районы составына ингән бөтә Ҡаңлы тораҡ пункттары Үрмәкәй түбәһенә ҡараған. Нөгөш йылғаһы эргәһендәге 6 ауыл 12-се башҡорт кантонының 17-се тирмәһен тәшкил итә. Бөтә тораҡ пункттарының да йәшәүселәре — ерһеҙ башҡорттар, улар ҡаңлылар тарафынан керҙәштәр хоҡуғында ҡабул ителгәндәр.
Ауылдарҙың тәүгеһе Төпкилде тип атала. Уны тәүге телгә алыу ҡаңлы-аҫабалар ерһеҙ башҡорттарҙы бында индергәс, 1714 йылға ҡарай. Ауыл тарихын халыҡ ошолай хәтерләй: «Туймазы районының Төпкилде ауылы ултырған тирәгә 1650-се йылдарҙа Бөрйән районы урмандарын ярып аҡҡан Нөгөш йылғаһы буйында тыуып үҫкән Арыҫланбәк исемле башҡорт барып төпләнә. Уны был яҡтағы ер-һыуҙарға хужа булып, нәҫеле менән төпләнеп ҡалһын тип, атаһы күсереп ултырта. Ул нигеҙ һалған ауыл уның исеме менән Арыҫланбәк тип атала, ә ауылы янынан ағып ятҡан йылғаға тыуған яҡ иҫтәлеге итеп Нөгөш тип исем ҡуша. Ә үҙенең улы тыуып ҙурайғас, уға яҡында Төпкилде утары һалып бирә. Бөгөнгө башҡорт ауылы Төпкилде Арыҫланбәк мырҙа улының исеме менән аталған („Ағиҙел“ журналындағы „Собханғол, Арыҫланбәк, Бикмәт“ исемле мәҡәлә. Авторы Мир Мөхәмәтйәнов (йылы яҡынса 1986))»
Ауылдың үҫешен түбәндәге мәғлүмәттәр буйынса күҙәтеп була:
Йылдар | башҡорттар | типтәрҙәр |
1795 | 180/22* | 4 |
1816 | 284/26 | 10 |
1834 | 386 | 12 |
1859 | 609/68 | |
1870 | 632/98 | |
1895 | 978/160 | |
1905 | 1110/117 | |
1920 | 1114/232 | |
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: 1859 йылда бөтә халыҡты керҙәштәр тип атағандар, был ысынбарлыҡҡа тап килә, 1870 йылда — башҡорттар, башҡа йылдарҙа — типтәрҙәр тип атағандар. Эш шунда: XVIII быуаттың 30-сы йылдарында ҡаңлыларҙың керҙәштәре булып киткән башҡорттар буласаҡ Троицк өйәҙенең Айлы улусынан сыҡҡандар (улустар 1781—1782 йылдарҙа барлыҡҡа килгәндәр).
Шулай итеп, Төпкилде ауылы халҡы — элекке аҫаба-әйлеләр.
1843 йылда 386 башҡортҡа 272 бот ужым һәм 1744 бот ярауай иген, 48 бот картуф ултыртыла[3].
Ауылда башҡорттар йәшәй (2002). Дөйөм ҡеүәте — 2,2 МВт булған ел электр станцияһы эшләй. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1114 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 818 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 463 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 204 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 193 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 209 | ||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек башҡорттар (87 %)[5].
Ауыл Нөгөш йылғаһы буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Яҡында Рәсәйҙә иң эре ел электростанцияларының береһе — ЕЭС Төпкилде урынлашҡан[6][7].
Алыҫлығы:[8]
Урам исеме[9]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.