Тула өлкәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ту́ла өлкәһе (рус. Тульская область) — Рәсәй регионы. Рәсәй Федерацияһы субъекты, Үҙәк федераль округ составына инә[2]. Тула өлкәһенең административ үҙәге — Тула ҡалаһы. Уның составына 22 район һәм өлкә буйһоноуындағы 2 ҡала инә[3].
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Тула өлкәһе | |||||
| |||||
үҙәк |
Тула | ||||
70-се | |||||
- Барлығы |
25 679 км² | ||||
- Барлығы |
1 521 497 (2014) | ||||
Губернатор |
Владимир Груздев | ||||
71 | |||||
RU-TUL | |||||
Сәғәт бүлкәте |
MSD[d] һәм Европа/Москва[d][1] |
Төбәк Көнсығыш Европа тигеҙлеге үҙәгендә урынлашҡан. Дала һәм урман-дала зоналары сиктәрендә Урта рус ҡалҡыулығының төньяҡ-көнсығыш өлөшөн биләй. Төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта — Мәскәү, көнсығышта — Рязань, көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта — Липецк, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта — Орел, көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта Калуга өлкәләре менән сиктәш. 25,7 мең квадрат километр майҙанды биләй. Өлкә территорияһының төньяҡтан көньяҡҡа табан иң ҙур оҙонлоғо — 200 километр, көнбайыштан көнсығышҡа — 190 километр.
Халҡы — 1 506 446[4] (2016 йыл), ҡала халҡы — 74,05 % (2023 йыл). Өлкәлә урбанизация юғары кимәлдә. Халҡының этник составында урыҫтар өҫтөнлөк итә. Тула өлкәһе 1937 йылдың 26 сентябрендә Мәскәү өлкәһен бүлгеләгәндә ойошторола. Унан алда — 1777 йылдан алып 1929 йылға тиклем императрица Екатерина II Указы менән булдырылған Тула губернаһы була. Тула өлкәһенең әлеге сиктәре 1957 йылда тулыһынса формалаша.