Тоҙҙар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тоҙҙар — (ингл. salt, лат. sal) — ҡатмарлы матдәләр, улар һыу иретмәһендә металл катиондарына һәм кислота ҡалдыҡтарына диссоциациялана[1]. ИЮПАК — (ингл. International Union of Pure and Applied Chemistry, рус. международная неправительственная организация, способствующая прогрессу в области химии) тоҙҙарҙы химик ҡушылма кеүек билдәләй. Улар катиондар менән аниондарҙан тора[2]. Тағы бер билдәләмә бар: кислоталарҙың нигеҙҙәр менән ҡатнашып һыу бүлеп сығарыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән матдәләр тоҙҙар тип атала [3].
Бынан тыш, металл катиондарынан башҡа тоҙҙарҙа аммоний катиондары NH4+ булырға мөмкин һәм уларҙың органик сығарылмалары, шулай уҡ комплекслы катиондар һ. б. Анион булып тоҙҙарҙа кислота ҡалдығының аниондары һанала; Брёнстенд кислоталарының, шулай уҡ органик булмаған һәм органик, бында ингән карбаниондар һәм комплекслы аниондар[4].
М. В. Ломоносов үҙенең химия һәм физика тураһында хеҙмәттәрендә "тоҙ"[5][6]: төшөнсәһен аңлатып яҙа:
Тоҙҙар мурт матдәләр, һыуҙа эрей, өҫтәүенә, ул үтә күрелмәле; янмай, саф килеш, утҡа тәьҫире бар. Уларҙың төрҙәре: купорос, башҡа металл тоҙҙары, әсеүташ, натрий тоҙо, һыра ташы тоҙо һәм поташ (һелтеле тоҙ), осоусан аммиак тоҙы, селитра(аммоний), ябай шишмә тоҙы, диңгеҙ һәм таш нишатыры, инглиз тоҙы һәм башҡа химик юл менән алынған тоҙҙар.
Названием солей обозначают хрупкие тела, которые растворяются в воде, причем она остается прозрачной; они не загораются, если в чистом виде подвергаются действию огня. Их виды: купорос и все другие металлические соли, квасцы, бура, винный камень, существенные соли растений, соль винного камня и поташ, летучая мочевая соль, селитра, обыкновенная соль родниковая, морская и каменная, нашатырь, английская соль и другие соли, полученные в результате химических работ.
— М. В. Ломоносов