Тарихи Башҡортостан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тарихи Башҡортостан — тарихи-географик өлкә, башҡорт халҡының тарихи биләгән ерҙәре.
Тарихи Башҡортостан | |||||||||||||||||||||||||||||||
Осор |
IX б. - бөгөнгө көндәр | ||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Өлкә биләгән урын (хәҙерге картала) |
| ||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||
Тарихи өлкә урынындағы хәҙерге өлкәләр: | |||||||||||||||||||||||||||||||
|
«Тарихи Башҡортостан» термины хәҙерге ваҡытта башҡорт этносының, мәҙәниәтенең, теленең таралыу өлкәһен билдәләү өсөн, лингвистик, этнографик, мәҙәни, тарихи эҙләнеүҙәр өсөн кәрәк. Ул шулай уҡ бөгөнгө Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән башҡорттар менән мәҙәни бәйләнештәрте нығытыу өсөн төбәк-ара сәйәсәттә ҡулланыла, шулай уҡ күрше төбәктәр халҡы менән тарихи берлекте күрһәтеү өсөн хеҙмәт итә.
Терминдың синонимдары — был ерҙең әүәлерәк барлыҡҡа килгән атамалары: «Башгурд», «Башгирд», «Башгард», «Баскардия», «Башгирдия», «Фийафи Башкырт/Башкырт далалары», «Башҡорттар иле», «Бастарктар иле», «Башкырд», «Башджарды», «Башҡортостан», «Pascatir», «Bashirdi». Төбәкте «Башгурд» тип исемләгән иң тәүге хәбәр (VIII быуат) Фазылуллаһ Рәшид әд-Диндең «Уғыҙнамә»[2] хеҙмәтендә осрай.
Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, «Тарихи Башҡортостан» төшөнсәһе «Бөйөк Венгрия» (Major Hungaria, Magna Hungaria — венгрҙарҙың ата-бабалары торған ере тип фаразлана) төшөнсәһе менән уртаҡ. XIII быуат Франциск монахы Джованни дель Плано Карпиниҙың сәйәхәттән һуң яҙған эшендә телгә алына. Хәҙерге ғалимдар быны нигеҙләгән дәлилдәрҙең булмауын раҫлай[3][4].