Сәтләүек
ҡайһы бер үҫемлектәрҙең, ғәҙәттә, ҡаты ҡабыҡлы һәм ашарға яраҡлы үҙәкле емеше / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәтләүек — ҡайһы бер үҫемлектәрҙең (ағас йәки ҡыуаҡтың), ғәҙәттә, ҡаты ҡабыҡлы һәм ашауға яраҡлы үҙәкле емеше[1].
Фундук |
Каштан |
Сәтләүектәр Корея эрбете. |
Ботаникала ике билдәләмә бар:
- Сәтләүек ( емеш төрө; лат. nux);— ҡоро, асылмай торған синкарпик аҫҡы емеш ағас кеүек емешлек эргәлеге менән (мәҫәлән, сәтләүек ҡыуағының эсендә 1-2 иркен ятҡан орлоҡ). Сәтләүек бер нисә сәскә ҡолаҡсыны менән уратылған, уларҙан тышлыҡ барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, урман сәтләүеге йәки фундук . Башҡа емештәрҙе кеүек үк, аҙыҡҡа ҡулланырға була (мәҫәлән, кокос сәтләүектәре 3 ай йылға буйлап сәйәхәт иткәндән һуң да үҫеп китә алалар; ғөмүмән, кокос пальмаһы кешеләр сәтләүекте үҙҙәре менән ашарға алғас, алыҫҡа таралған[2];
- Сәтләүек ;— сәтләүеклеләр ғаиләһенең төрө, (Juglandaceae ), ҡайһы берҙә — ырыу төрө сәтләүек (Juglans, мәҫәлән, грек сәтләүеге), ҡайһы саҡтарҙа — Бук сәскәлеләр тәртибе (Fagales) вәкиле, унда Сәтләүеклеләр ғаиләһе лә инә[3]. Ул арала Сәтләүеклеләр ғаиләһе үҫемлектәренең емешен сәтләүек (беренсе билдәләмә) тип атайҙар. Ғәҙәттә, ул һөйәксә эсендә орлоғо булған емеш, уның һөйәген орлоғо менән бергә яңылыш сәтләүек тиҙәр. Сәтләүек ағасы бик юғары баһалана, сәтләүектең төрлө өлөштәре дарыу әҙерләүҙә кәрәкле.
Башҡа «сәтләүектәр» ботаника ҡарамағынан ысын булмаған йәки дөрөҫ аталмаған сәтләүектәр. Мәҫәлән, «ер сәтләүеге», арахис, ысынында иһә ноҡот үләне генә[4].
- Кулинарияла сәтләүек тип бөтә ашауға яраҡлы, ҡабыҡ (ҡаты йә йомшаҡ) эсендә йомшаҡ үҙәкле емештәрҙе атайҙар. Сәтләүектән ҡайнатма, тәм-томдар (торттар, пирожныйҙар, хәлүә) эшләйҙәр, ингредиент итеп ҡушалар. Бәлки шуғалыр ҙа күп кулинарҙар үҙ өлкәләрендә уны емеш-еләк тип атайҙар.
- Ауыл хужалығында бындай емешле үҫемлектәрҙе сәтләүек емешле культура тип атайҙар. Ботаник мәғәнәһендәге сәтләүектән башҡа бында эрбет сәтләүеге, кокос сәтләүеге һ.б. инәләр.
Грек сәтләүегенең йәҙрәһе мейегә оҡшаған, шуға Вавилонда уны күп ашауҙан тыйғандар. Геродот яҙыуынса, әһелдәр кеше грек сәтләүеген ашауҙан ҡапыл аҡыллана тигәндәр, Платон «Атлантида тураһында әңгәмәләр»ендә сәтләүектәр, йыйыусыларҙан ҡасып, фекерләйҙәр, ә Свен Гедин, швед сәйәхәтсеһе, өҙөлгән сәтләүектәр илай, тип уйлаған.