Суахили теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Суахили, кисуахили (суахили Kiswahili) — суахили банту телдәренең иң киң ҡулланылғаны һәм Африка континентындағы иң әһәмиәтле телдәрҙең береһе. Этник-ара аралашыу теле булараҡ суахили теле Көнсығыш һәм Үҙәк Африкала, көнсығышта Һинд океаны ярҙарынан көнбайышта Конго Демократик Республикаһының үҙәк өлкәләренә тиклем, төньяҡтан Сомалиҙан көньяҡтан Мозамбикка тиклем киң территорияла таралған.
Суахили теле | |
суахили Kiswahili суахили كِسْوَحِيلِ | |
Дәүләт |
Танзания[1] Конго Демократик Республикаһы[2] Кения[3] Руанда[4] Уганда[5] |
---|---|
Барлыҡҡа килгән | суахили[d] |
Йоғонто яһаусы | Ғәрәп теле |
Тел төрҙәре | SVO[d] һәм агглютинатив телдәр |
Яҙыу | Латин алфавиты һәм Swahili Ajami[d] |
Использует заглавные буквы для | имя собственное[d] |
Телде көйләүсе | Baraza la Kiswahili la Taifa[d] |
Телдә һөйләшеүселәр | 15 437 390 кеше (2012)[6] |
Имеет класс словоизменения | ji-/ma- class[d], ki-/vi- class[d], m-/mi- class[d], m-/wa- class[d], n- class[d] һәм u- class[d] |
Викимедиа проекттарында тел коды | sw |
Суахили теле Викимилектә |
Танзания, Кения һәм Угандала суахили дәүләт теле булып тора. Был тел Руанда, Бурунди,Замбия, Малави, һәм КоморУтрауҙарында (комор теле), Мадагаскарҙа киң ҡулланыла. Суахили — Африка союзында эш теле статусы (2004 йылдан) алған берҙән-бер тел. Төрлө мәғлүмәт буйынса суахили теле 2,5 — 5 млн кешенең туған теле, тағы ла 50 — 70 млн кешенең икенсе һәм өсөнсө аралашыу теле булып тора. Хәҙерге суахили теленең яҙмаһы латин алфавитын ҡуллана.