Симо́н Боли́вар (тулы исеме — Симо́н Хосе́ Анто́нио де ла Санти́сима Тринида́д Боли́вар де ла Консепсьо́н и По́нте Пала́сиос и Бла́нко (исп. Simón José Antonio de la Santísima Trinidad Bolívar de la Concepción y Ponte Palacios y Blanco; йәшәгән осорорнда фамилияһы ошолай яҙып йөрөтөлгән исп. Bolivar), 24 июль 1783 йыл, Каракас — 17 декабрь 1830 йыл, Санта-Марта, Колумбия) — Американың Испания колонияһына ҡаршы бәйһеҙлек өсөн һуғыштар ваҡытында танылған һәм абруйлы етәксеһе. Венесуэланың милли геройы. Генерал. Испания колонияһынан Венесуэланы, Яңы Гранаданы (хәҙерге Колумбия һәм Панама), Кито провинцияһын (хәҙерге Эквадор) азат итә. 1819—1830 йылдарҙа ошо азат ителгән илдәрҙән төҙөлгән Бөйөк Колумбияның президенты.
1824 йылда Перуны азат итә һәм Үрге Перу территорияһында барлыҡҡа килгән һәм уның хөрмәтенә аталған Республикаһы Боливия Республикаһында (1825) идаралыҡ итә. Венесуэланың Милли конгресы уны Азат итеүсе (исп. El Libertador) тип иғлан итә (1813).
Ҡыҫҡа факттар Флаг Бөйөк Камумбия президенты, Алдан килеүсе: ...
Ябырға