Силәбе операцияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Силәбе операцияһы — 1919 йылдың июль — авгусында РККА-ның Көнсығыш фронты 5-се армияһының Көнбайыш армияһы көстәренә ҡаршы һөжүм операцияһы. Көнсығыш фронты контрһөжүменең бер өлөшө.
Силәбе операцияһы | |||
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Нәтижә |
Ҡыҙыл Армия Силәбене һәм Көньяҡ Уралдың башҡа ҡалаларын яулап ала | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы |
---|
Иркутск (1917) • Иностранная интервенция • Чехословацкий корпус (Барнаул • Нижнеудинск • Прибайкалье) •Иркутск (1918) • Казань (1) • Казань (2) • Сембер • Сызрань и Самара • Ижевск и Воткинск • Пермь (1) • Урыҫ армияһының яҙғы һөжүме • (Ырымбур • Уральск) • Чапанная война • Көнсығыш фронтының контрһөжүме (Боғорослан • Бәләбәй • Сарапул-Воткинск • Өфө) • Пермь (2) • Златоуст • Екатеринбург • Силәбе • Лбищенск • Тобол • Петропавловск • Уральск и Гурьев • Бөйөк Себер Боҙ походы (Омск • Новониколаевск • Красноярск) • Иркутск (1919) • Партизанское движение (Алтай • Омское восстание • Минусинск • Центр.Сибирь • Забайкалье) • Голодный поход • Ҡарағош яуы • Восстание Сапожкова • Западно-Сибирское восстание |
Уңышлы тамамланған Златоуст һәм Екатеринбург операцияларынан һуң Ҡыҙыл армияһының 17 июлдә һөжүме башлана. Аҡ гвардиясылар ғәскәрҙәре ҡыҙылдарҙың һөжүмен Сыбаркүл — Иртәш рубежыда тотҡарларға тырышалар, әммә 20 июлдә РККА-ның 5-се армияһы рубежды өҙөп үтә һәм Силәбегә һөжүмен башлай.
Аҡтарҙың планы буйынса, улар ғәскәрҙәрен үҙгәртеп ҡоралар һәм ҡыҙылдарҙы ҡалаға хәйлә менән алып инеү һәм шунда уларҙы ҡамау һәм тар-мар итеү өсө,н төп көстәрҙе Силәбе аръяғына йүнәлтәләр. 24 июлдә ҡыҙылдар Силәбегә инәләр, ә иртәгәһенә аҡтар контрһөжүмгә күсәләр. Аҡ ғәскәрҙәр ике төркөм менән һөжүм итә — төньяҡтан (С. Н. Войцеховский командованиеһы аҫтында, 20 мең кеше) һәм көньяҡтан (командующийы В. О. Каппель, 10 мең кеше). Войцеховский төркөмө Силәбе — Екатеринбург тимер юлын киҫеп үтә һәм 5-се армияның тылына сыға. Әммә ҡыҙылдарҙың 26-сы уҡсылар дивизияһы Каппель төркөмөнөң һөжүменән артҡа сигенмәй һәм ҡамауҙың ҡулсаһы ябылмай ҡала. 26-сы дивизия Каппелдең төркөмөн тотоп торған саҡта, 5-се армияның ҡалған частары үҙгәртеп ҡоролалар һәм 3-сө армия частары менән берлектә төньяҡтан килеп еткән Войцеховский төркөмөн ҡыйраталар. 4 августа 24-се уҡсылар дивизияһы партизандар менән берлектә Троицк ҡалаһын биләйҙәр, ә 5-се армияның төп көстәре Силәбенән 25 — 30 км көнсығышыраҡ ятҡан рубежға сыға.
Уңышлы үткәрелгән операциянан һуң РККА-ның ғәскәрҙәре бөтә Уралды биләйҙәр һәм Себергә, Төркөстанға һөжүм итеү мөмкинлеген алалар.