Сыбаркүл (күл, Силәбе өлкәһе)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сыбаркүл — Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы күл. Уның янында Сыбаркүл ҡалаһы ҡалҡып сыҡҡан[2].Күлдең майҙаны 19,8 км², бассейны майҙаны — 169 км²[2]. Күлдең атамаһы башҡорт теленән ингән, сыбар (разношёрстный, пёстрый) аңлата.[3].Быны күлдең өҫтө ваҡ тулҡынлы булып тороуы менән дә, төбөндәге батҡаҡтың төрлө төҫтә булыуы менән дә, урауҙар менән сыбарланып тороуы менән дә аңлаталар.
Сыбаркүл | |
Илдәрҙә объекттың бассейны | Рәсәй |
---|---|
Бассейн майҙаны | 169 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Сыбаркүл |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 320 метр |
Оҙонлоҡ | 6 km |
Киңлек | 4 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 12 метр |
Майҙан | 19,8 км² |
Күләме | 0,154 гектометр кубический |
Сыбаркүл Викимилектә |
Күлдә күп һанлы урман менән ҡапланған утрауҙар бар.Ярымутрауҙар — Крутик, Марьин, Сосновый, Семерик, Букаевка һәм бер нисә утрау (арал) — Голец, Кораблик, Копейка, Два Брата (два острова), Липовый[4][5]. Күл буйында ял йорттары, шифаханалар бар.
Көньяҡ Уралда Сыбаркүл тигән күлдәр бер нисә, быныһы - иң ҙуры һәм Сыбаркүл күлдәр системаһына исем биргән.
Көньяҡ Урал тауының көнсығышҡа ҡараған итәгендә 319,9 метр бейеклектә урынлашҡан[4]Һыу кимәле күтәрелеүе 1,25 метрҙан ашмай, ноябрь баштарында туңа, май баштарында асыла. Һыуы яуым-төшөм, төбөнән сыҡҡан шишмәләр иҫәбенә тулылана[6]. Минералләшеүе — литрына 0,3679 грамм.
Күлгә Еловка, Кудряшевка, Ҡондорша йылғалары ҡоя [4]. Күлдән Ҡойылға ағып сыға (Обь бассейны). В озере и на берегу есть действующие источники с родниковой водой.
Сыбаркүлдә төрлө балыҡ күп, шуға бында йылдың ҡайһы ваҡытында ла балыҡсыларҙы күрергә була.
2013 йылдың 15 февралендә күлгә метеорит төшә[7].
Метеорит ямғырынан ярҙан саҡрым ярым алыҫлыҡта боҙҙа 8 метр диаметрлы уйым барлыҡҡа килә. Полиция был тирәне уратып ала[8].2013 йылдың 16 февралендә килгән МЧС водолаздары һыу төбөндәге ҡалын батҡаҡ аҫтында бер ни ҙә таба алмай[9].
16 февралдә Сыбаркүлгә Ураль федераль университетынан Метеориттар буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы йүнәлтеүе буйынса киләләр[10] Полиция ебәрмәй тороуға ҡарамаҫтан[10][11][12], Ларионов төркөмө уратылған зонанан тышта 53 метеорит һынығы табалар[10][13][14]. Артабан водолаздар күл төбөндә ҙур киҫәк һәм вағыраҡтарын таба.
2013 йылдың 16 октябрендә күлдән 570 кг тартҡан иң ҙур метеорит киҫәген күтәрәләр, ул Силәбенең Крайҙы өйрәнеү музейында һаҡлана [15].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.