Сиваш, йәки Серек диңгеҙ (укр. Сиваш, Гниле Море, ҡырымтат. Sıvaş, Çürük Deñiz, Сываш, Чюрюк ДенъизSıvaş, Çürük Deñiz, Сываш, Чюрюк Денъиз) — Азов диңгеҙнең көнбайыш ҡултығы. Сиваш Ҡырым ярымутрауын материктан айырып тора. Улар араһынан Ҡырым (Автономиялы) Республикаһы[1] менән Украинаның Херсон өлкәһе араһында сик үтә. Сиваш Ҡырым татарҙары (ҡырымтат. sıvaş, сывашsıvaş, сываш) теленән тәржемә иткәндә «бысраҡ» тигәнде аңлата.

Ҡыҫҡа факттар Сиваш, Юғарылағы акваториялар ...
Сиваш
укр. Сиваш, крымскотат. Sıvaş, Сываш
Thumb
Ҡултыҡтың йыһандан төшөрөлгән төньяҡ-көнбайыш өлөшө
Координаты: пропущена долгота
Юғарылағы акваторияларАзов диңгеҙе, Атлантик океан
Ил
Майҙаны2560 км²
Иң ҙур тәрәнлек3 м
Уртаса тәрәнлек1 м
Тоҙлолоғо50 
Ҡойоусы йылғаСалгир
Thumb
 Сиваш Викимилектә
Ябырға
Thumb
Сиваш

Географияһы

Thumb
Үҙәк Сиваш

Азов диңгеҙенән Сивашты оҙон Арабат уғы айыра, диңгеҙ менән Генич һәм Промоин боғаҙҙары менән тоташа. Ҡара диңгеҙҙән тар ғына Перекоп муйыны менән айырыла. Тар Чонгар боғаҙы Сивашты көнсығыш һәм көнбайыш өлөшкә бүлә.

Сиваш майҙаны 2560 квадрат километр тәшкил итә. Һай булыу сәбәпле (иң тәрән ере — 3 метр, нигеҙҙә 0,5—1,0 м), йәйгеһен һыуы ныҡ йылына һәм серек еҫе сығара, шуға күрә сығанаҡты Серек диңгеҙ тип йөрөтәләр. Ошо уҡ сәбәп һөҙөмтәһендә диңгеҙ һыуы ныҡ парға оса һәм Сиваш ныҡ минералләшкән.

11 тоҙло һәм әсе тоҙло ҡултыҡтарҙан тора.

Оҙонлоғо — яҡынса 200 км. Киңлеге — 2-35 км.

Тәбиғи майҙаны — 2500 кв.км, шул иҫәптән 100 квадрат километр самаһы утрауҙарға һәм 560-ы квадрат километры ваҡыты-ваҡыты менән генә һыу ҡаплаған учаткаларға тура килә.

Азов диңгеҙе һыуҙары менән туҡлана.

Сиваш ярҙары башлыса түбән, һөҙәк, йәйгеһен тоҙ ҡатламдары менән ҡаплана.

Төбөнә 5 метрға тиклем һәм унан да күберәк ләм ҡатламы ултырған. Тоҙлолоғо 22 проценттан (төньяҡта) 87 процентҡа (көньяҡта) тиклем.

Сивашһыуында тнатрий, магний, калий, бромлы магний һәм башҡа тоҙҙарҙың хлорлы ҡатнашмалары бар.

Тоҙ сығарыу

Тоҙҙоң дөйөм тоҙ запасы яҡынса 200 миллион тонна тип иҫәпләнә[2].

Сиваштың минераь байлыҡтары базаһында Перекоп бром, фосфор ашламалары етештереүсе Ҡырым Титаны һәм Ҡырым содаһы заводтары төҙөлгән.

Сиваштың Перекоп муйыны менән сиктәш көнбайыш өлөшө дамба менән айырылған һәм, муйындағы бер нисә күл кеүек үк, гигант химия ҡалдыҡтары урынына әйләндерелгән.

Thumb
Thumb
Thumb

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.