From Wikipedia, the free encyclopedia
Григорий Константинович Орджоникидзе (груз. გრიგოლ კონსტანტინეს ძე ორჯონიკიძე; партия ҡушаматы Серго (груз. სერგო; 24 октябрь 1886 йыл — 18 февраль 1937 йыл) — грузин сығышлы Рәсәй революционеры (большевик), дворяндарҙан; ВКП(б) һәм СССР-ҙың иң күренекле етәкселәренең береһе[8].
Беренсе урыҫ революцияһында[8], Ирандағы Конституцион революцияһында[9] һәм 1917 йылғы Петроградтағы Октябрь ҡораллы ихтилалында ҡатнашыусы[9]. Граждандар һуғышы осоронда Украинала РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының ваҡытлыса ғәҙәттән тыш комиссары итеп тәғәйенләнә (1918) һәм Рәсәй көньяғында (1918) Терск Совет Республикаһының оборона комитетын (1919) етәкләй[10]һәм Төньяҡ Кавказ революцион комитетын (1920) етәкләй. Әзербайжанда, Әрмәнстанда һәм Грузияла урындағы хөкүмәттәрҙе ҡолатыуҙа һәм большевиктар өҫтөнлөгендә Кавказ аръяғы федерацияһын ойоштороуҙа төп ролдәрҙең береһен уйнай[9].
ВКП(б)-ның Кавказ аръяғы (1924—1926) һәм Төньяҡ-Кавказ (1926) край комитеттары секретары; эшсе-крәҫтиән инспекцияһы (1926—1930) һәм ауыр сәнәғәт (1932—1937) наркомы, шулай уҡ СССР ВСНХ (1930—1932) рәйесе. СССР-ҙа индустриялаштырыу процесы менән етәкселек итә[9].
Яҡут Башҡарма комитеты Советы (1917), партия Үҙәк Комитеты (1912—1917, 1921—1927 һәм 1934—1937), Дон Совет Республикаһының Үҙәк башҡарма комитеты[9], Үҙәк Комитеты Урыҫ бюроһы (1912),Үҙәк Комитеты Кавказ бюроһы (1920—1922), ВКП(б) Үҙәк Контроль комитеты (1927—1934) һәм ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы (1930—1937) ағзаһы булып тора.
Этник сығышы
Серго Орджоникидзе — этник сығышы буйынса грузин. 8-се Бөтә Рәсәй эшселәр, крәҫтиәндәр, Ҡыҙыл Армия һәм казак депутаттары Советы делегаты анкетаһында милләт графаһында шулай уҡ яҙылған[11]. Әммә әйтергә кәрәк, батша осорондағы документтарҙа уның этник сығышы буйынса төрлө күһәтмәләр бирелгән. 1906 йылдың 7 ноябрендә полиция департаментына ебәрелгән мәғлүмәттәр буйынса, ул — имеретин[12], әммә имеретиндар — грузиндарҙың этнографик төркөмдәренең береһе[12]. 1907 йылдың 12 ноябрендәге шул уҡ жандарм идаралығы мәғлүмәттәре буйынса ул грузин тип күрһәтелгән.
Григорий (Серго) Орджоникидзе 1886 йылдың октябрендә Амашукт йәмғиәтенең Гореша ауылында (ҡайһы бер документтарҙа Кореша) тыуған (Кутаисси губернаһы, Шорапан өйәҙе, хәҙерге ваҡытта — Имеретия крайы, Харагаул муниципалитеты). Атаһының исеме Константин (Котэ) Николаевич Орджоникидзе, ә әсәһе — Евпраксия Григорьевна Тавзарашвили, ул улы тыуғас, алты аҙнанан ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була. Орджоникидзе ваҡ алпауыт ерҙәренә хужа дворяндар нәҫеленә ҡараған ғаиләлә тыуа. Батша осорондағы документтарҙа Серго Орджоникидзе тураһында «дворян», «Кутаис губернаһы дворяны» кеүек күрһәтмәләр бар[13]. Сергоның ҡатыны — Зинаида Гавриловна, уның атаһы Константин (Котэ) дворяндарҙан булыуына ҡарамаҫтан:
уның кукуруз сәскән бер ҙур булмаған ер участкаһы була. Йыйылған уңыш бер нисә айға ғына етә, һәм Константин ғиләһен аҫраү өсөн Чиатурға аҡса эшләргә китә торған була, унда ул үгеҙҙәрҙә марганец мәғдәнен Чиатурҙан Зестафониға ташый[14]. |
1898 йылдың яҙында Харагаули ауылындағы ике класлы училище тамамлай. Ошо уҡ йылдарҙа етем ҡала.
1901—1905 йылдарҙа Михайловка ҡала хәстаханаһы ҡарамағындағы фельдшер мәктәбендә уҡый. 1903 йылдан — РСДРП ағзаһы, большевик[15]. Тифлис ҡалаһында В. К. Курнатовский менән таныша. Камо уҡыусыһы[16][17].
1904 йылда тәүге тапҡыр легаль булмаған әҙәбиәт һаҡлаған өсөн ҡулға алына. 1905 йылдың сентябренән — Гудаутта,Кавказ аръяғында Беренсе рус революцияһында әүҙем ҡатнаша. Сит илдән ҡорал алаған саҡта ҡулға алына, 1905 йылдың декабренән 1906 йылдың майына тиклем — Сухум төрмәһендә.Башҡа тотҡондар менән ҡасырға ниәтләй, әммә ҡасыу килеп сыҡмай, ышаныслы ҡулдарға тапшырыла[18]. Шул уҡ йылдың авгусында Германияға ялған паспорт буйынса китә, киләһе йылда Берлиндан ҡайта. Баҡы РСДРП ойошмаһы ағзаһы, нефть промыслаларында фельдшер булып эшләй[15][19]. 1 майҙа демонстрацияла ҡатнашҡан өсөн ҡулға алына[18].
1907 йылдың ноябрендә яңынан ҡулға алына, Сухум һәм Баҡы төрмәләрендә тотола. Мәңгелеккә Себергә һөргөнгә ебәрелә, артабан 1909 йылдың февралендә Енисей губернаһы Пинчуг улусы Потоскуй ауылына күсерелә (Хәҙер Красноярск крайы). Ҡасып, Баҡыға ҡайта, Персияға китә һәм унда революцияла ҡатнаша[20]. 1910 йылдың аҙағында Парижға китә 1911 йылдың яҙында Лонжюмола Ленин партия мәктәбендә уҡый[21].
Лениндың заданиеһы буйынса, 1911 йылдың йәйендә Рәсәйгә Бөтә рәсәй конференцияһын саҡырыу буйынса Сит ил вәкилдәре етәксеһе булараҡ ҡайта[22]? конференция 1912 йылдың ғинуарында Прагала уҙа (РСДРП-ның VI конференцияһы). Тифлис ойошмаһы делегаты була[23], РСДРП(б) Үҙәк Комитетының Урыҫ бюроһы һәм Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана[24].
1912 йылдың 14 апрелендә Петербург ҡалаһында ҡулға алына, 3 йыл каторгаға хөкөм ителә, уны ул Шлиссельбург ҡәлғәһендә үткәрә, һуңынан Якутскиға һөрөлә, унда ул табип булып эшләй. 1917 йылдың июнендә Петроградҡа әйләнеп ҡайта. РСДРП(б) ҡала комитеты һәм Петроград Советы Башҡарма ағзаһы[21]. РСДРП(б)-ның VI съезы делегаты. Әүҙем ҡатнаша 1917 йылғы Октябрь революцияһында әүҙем ҡатнашыусы. Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссия (ВЧК) составына индерелә (ҡыҫҡа ваҡытҡа)[25].
Граждандар һуғышы йылдарында — армияла етәкселек вазифаһында була, Деникинды тар-мар итеүҙең ойоштороусыларының береһе. Орджоникидзе Көньяҡ районында Ғәҙәттән тыш комиссары итеп тәғәйенләнә.
Орджоникидзе Әзербайжан, Әрмәнстан һәм Грузия хөкүмәттәрен ҡолатыуҙа һәм ЗСФСР-ҙы булдырыуҙа туранан-тура ҡатнаша.
1912—1917, 1921—1927 йылдарҙа һәм 1934 йылдан алып партия Үҙәк Комитеты ағзаһы.
1926 йылдың июль-ноябрендә ВКП(б Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат. 1926 йылдың сентябренән — РКП(б Төньяҡ Кавказ крайкомының беренсе секретары. 1926—1930 годах Орджоникидзе — председатель ЦКК ВКП(б), нарком РКИ и зам. председателя СНК СССР. 1930 йылдан — ВСНХ рәйесе, һуңынан — ауыр сәнәғәт наркомы[26].
1930—1937 йылдарҙа — ВКП(б Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы. СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының 1-7 саҡырылышы делегаты.
1936 йылда Орджоникидзеның өлкән ағаһы Павел (Папулия) ҡулға алына. Ағаһының ҡулға алыныуы тураһында хәбәрҙе Орджоникидзе Кисловодскиға 1936 йылдың октябрендә, үҙенең 50 йәшлек юбилей көнөндә, ала. Орджоникидзеның ҡатыны хәтерләүенсә, 27 октябрҙә Пятигорскиҙа Сергоның 50-йәшлегенә арналған тантаналы ултырыш уҙғарыла. Серго үҙе барырға теләмәй, ҡатыны ултырышта ҡатнаша. Октябрь аҙағында Серго Мәскәүгә китә, унда, рәсми совет версияһы буйынса, уның йөрәк өйәнәге була[27], әммә бик күп юғары совет эшмәкәрҙәренең Сергоның үҙ-үҙенә ҡул һалыуы тураһында шаһитлығы һәм фекерҙәре бар.
1907 йылда Орджоникидзе бандитизмда ғәйепләнеп ҡулға алына һәм Баҡылағы Баил төрмәһенә ябыла. Шунда, 3-сө камерала ул Иосиф Джугашвили менән (ул ваҡытта Коба партия псевдонимы аҫтында билдәле)[28]таныша. Шул ваҡыттар улар араһында бик йылы мөнәсәбәттәр булдырыла; Орджоникидзе Сталин «һин» тип өндәшкән һирәк кешеләр араһынан була. Надежда Аллилуеваның үҙ-үҙенә ҡул һалғандан һуң нәҡ Орджоникидзе һәм Киров иң яҡын дуҫтары булараҡ төндө Сәшәкеталин йортонда уҙғаралар.
Сталиндың тоғро көрәштәше булыуға ҡарамаҫтан Орджоникидзе шулай ҙа «элекке большевиктарҙы» юҡ ите менән ризалаша алмай. Партия линияһына бер ҡасан да рәсми рәүештә ҡаршы сыҡмаған компартия ағзаларына ҡаршы репрессиялар Кировты үлтергәнгә тиклем бик һирәк күренеш булһа, һуңынан ғәҙәти хәл булып китә. Орджоникидзе, атап әйткәндә, күмәк ҡоротҡослоҡты фаш итеүҙә маташыуҙар менән килешергә теләмәй.
1930-сы йылдар башында Сталин Төньяҡ Кавказда Орджоникидзеның үрләтелгән дуҫтарын һәм дуҫтарын етәксе вазифаларынан бушата; Сталин менән Орджоникидзе араһында бик ҡаты конфликттар булып ала. Шуға ҡарамаҫтан Орджоникидзе йәбергә эләккән хеҙмәттәштәренә ярҙам итеүен дауам итә[29]. Ошо уҡ ваҡытта Сталиндың башланғысы буйынса Кавказ аръяғы партия ойошмаһына Л. П. Берия тәғәйенләнә. Орджоникидзе Берияны әшәке һәм араны бутаусы кеше, тип һанай һәм ошо сәбәпле Сталин менән уның мөнәсәбәттәре ҡатмарлаша[30].
1937 йылдың сентябрендә ҡулға алынған Кавказ аръяғы крайкомының беренсе секретары Иван Орахелашвили ошондай күрһәтмәләргә ҡул ҡуя[31]:
Серго Орджоникидзе менән бик тығыҙ бәйләнештә булып, мин уның партияға ҡаршы контрреволюцион ҡарашлыларға ҡурсалаусан һәм килешеүсән булыуына шаһит булдым. Иң тәүге нәүбәттә, был Бесо Ломинадзеға ҡарата һиҙелә ине. Серго Орджоникидзеның фатирында Бесо Ломинадзе минең алдымда партия етәкселегенә ҡарата бер нисә контрреволюцион дошмансыл сығышынан һуң Сталинды мыҫҡыл итте. Минең Ломинадзеның был контрреволюцион оятһыҙлығына аптыраулы ҡарашҡа Орджоникидзе миңә йылмайып ҡарап, өндәште: «Ҡара һин уны!» — һәм бынан һуң да тыныс тонда Ломинадзе менән һөйләшеүен дауам итте… Ғөмүмән, мин әйтергә тейешмен, Серго Орджоникидзеның фатиры, ә ял көндәрендә уның Волынскийҙағы дачаһы, һуңынан Сосновкала, йыш ҡына контрреволюцион ойошмаһы ағзаларының йыйылыу урыны булды, улар Серго Орджоникидзены көткән ваҡытта асыҡтан-асыҡ конттрреволюцион һөйләшеүҙәр алып баралар ине һәм хатта Орджоникидзе үҙе килеп ингәс тә, туҡтамайҙар ине .
Артабан Сталин менән мөнәсәбәттәрҙең көсөргәнешлеге Беренсе Мәскәү процесынан һуң көсәйә. Процестан һуң, иң тәүге сиратта, иҡтисади наркоматтарында кадрҙар таҙартыу башлана (уларҙы элекке оппозиционерҙар булараҡ сәйәсәткә яҡынлатмайҙар. СССР ауыр сәнәғәте Халыҡ Комиссариаты хеҙмәткәрҙәренең күпселеге ҡурҡыныс аҫтында ҡала. Орджоникидзе уларҙы ғәҙел булмаған репрессияларҙан ҡотҡарырға тырыша[32].
ВКП(б)Үҙәк Комитетының февраль-март (1937 йыл) пленумында Орджоникидзе «япон-немец-троцкист агенттарының ҡоротҡослоҡ, диверсия һәм шпионажы һабаҡтары тураһында» доклад менән сығыш яһарға тейеш була. Ошоға бәйле Орджоникидзе етәксе хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре менән бер нисә кәңәшмә үткәрә һәм НКВД-ның мәғлүмәттәрен тикшереү өсөн «Уралвагонстрой»ға, «Кемеровкомбинатстрой»ға Донбасс кокс-химик сәнәғәте предприятиеларына комиссия ебәрә. Тупланған мәғлүмәттәр буйынса Орджоникидзе үҙенең доклады буйынса ҡарар проекты әҙерләй. Проектта ауыр сәнәғәттә ҡоротҡослоҡоң сәскә атыуы тураһында түгел, наркомат эшендәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса һүҙ бара. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, әлеге проектты Сталин тәнҡитләгән.
1937 йылдың 18 февралендә, Үҙәк Комитеттың февраль-март пленумынан биш көн элек, вафат була. Рәсми рәүештә иғлан ителгән үлем сәбәбе — инфаркт.
Орджоникидзеның үлем сәбәбе тураһында төрлө версиялар бар. Ольга Шатуновская үҙенең телетапшырыуында Орджоникидзеның ҡатыны Зинаида Гавриловна һүҙҙәренән, Орджоникидзе үҙ-үҙен атып үлтергән, тип һөйләй. Әммә шул уҡ ваҡытта Орджоникидзеның ҡатыны ҡайһы бер башҡа кешеләргә, Сергоны үлтерҙеләр, тип һөйләгәненә шаһиттар бар. Анастас Микояндың улы Серго Микоян, мәҫәлән, атаһы Серго үҙ-үҙен үлтереүендә шикләнмәй ине, тип хәбәр итә[33]. Тарихсы О. Хлевнюк шулай уҡ үҙ-үҙенә ҡул һалыу версияһы яҡлы[27].
СССР Министрҙар Советы эштәр идарасыһы Михаил Смиртюков, Орджоникидзе үҙ-үҙен атып үлтерҙе, тип һанаған[34].
Орджоникидзе 21 февралдә Мәскәүҙә Кремль диуары янында Ҡыҙыл майҙанда ерләнә.
ире һәм ике улы атып үлтерелә[41].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.